Йәмғиәт
25 Июнь 2023, 07:25

Йәштәрҙең тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡлы булды

Һәр командала консул, иҡтисадсы, юрист һәм матбуғат секретары билдәләнде. 

Йәштәрҙең тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡлы булдыЙәштәрҙең тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡлы булды
Йәштәрҙең тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡлы булды

24 июндә “Торатау” конгресс-холында Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумында “Рәсәй-белорус йәштәренең үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен тикшереү (ауыл биләмәләрен үҫтереү)” стратегик сессияһы уҙҙы. Ҡатнашыусылар ике илдең перспективалы хеҙмәттәшлек идеялары менән бүлеште.

Йәштәр көнөндә Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһы Белоруссиянан, шулай уҡ Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Өфөгә бөтәһе 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге 500 самаһы йәш кеше килде. Презентацияла ҡатнашыусылар командаларға бүленде, уларҙың һәр береһендә 10-ар кеше булды. Эш биш йүнәлеш буйынса алып барылды: медиа, ауыл йәштәренең үҙ-ара эш итеүе, туризм, йәштәр эшҡыуарлығы һәм яһалма интеллект. Модератор булып Башҡортостан Республикаһының “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы лидеры Азат Килсенбаев сығыш яһаны.

– Бөгөн ауылдарыбыҙ, тотош агросәнәғәт комплексы, йәштәрҙе үҫтереү өсөн проекттар әҙерләнек. Маҡсаттарыбыҙ үтәлде. Беҙ биш проект әҙерләнек, улар буйынса эксперттар кире бәйләнеш бирҙе. Ниндәйҙер проекттар Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумында ярҙам алыр һәм һуңынан тормошҡа ашырылыр тип уйлайым, – тип билдәләне Азат Килсенбаев.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: һәр команда үҙ йүнәлешендә проблеманы, проекттың маҡсатын билдәләне һәм проект ҡарарын тәҡдим итте. Шулай уҡ ҡатнашыусылар бурыстар һәм сроктарҙы билдәләне, 3 миллион һум сикләү шарты менән смета проектын эшләтеп, мәғлүмәт оҙатыуы хаҡында ла онотманы.

Һәр командала консул, иҡтисадсы, юрист һәм матбуғат секретары билдәләнде, тип һөйләне “Белоруссия Республика йәштәр союзы” йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк комитеты секретары Вероника Гудкова. Коллективтар эксперттарға һәм бер-береһенә әҙерләнгән проект ҡарарҙарын тәҡдим итте. Ә һуңынан килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

–  Йәштәргә әҙерләнер өсөн ни бары 1,5 сәғәт кенә бирһәк тә бында бик ҡыҙыҡлы һәм уйланылған проекттар таптыҡ. Әйтергә кәрәк, командалар махсус рәүештә осраҡлы булдырылғайны, әммә модератор һәм тамашасылар араһында тәрән үҙ-ара аңлашыу атмосфераһы арҡаһында улар коллективта бик яҡшы эшләне һәм яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Бөгөнгө презентацияла эшкә индерергә мөмкин, тип тулы ышаныс менән әйтә алам, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Вероника Гудкова.

Юлай Кәримов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас