Йәмғиәт
27 Июнь 2023, 03:00

“Һағыныуҙарын күңелдәренә бикләне ҡыҙҙарым...”

 Юғалтыуҙы бик ауыр кисерһә лә, атай кеше бирешергә ярамағанын яҡшы аңлай һәм бөтә ғүмерен балаларына арнарға ҡарар итә...

“Һағыныуҙарын күңелдәренә бикләне ҡыҙҙарым...”“Һағыныуҙарын күңелдәренә бикләне ҡыҙҙарым...”
“Һағыныуҙарын күңелдәренә бикләне ҡыҙҙарым...”

Ер йөҙөндә иң ғәзиз кеше кем тип һораһалар, һәр кем “әсәй” тип яуаплар ине. Ысынлап та, яҡты донъяға килгәнсе үк сабыйы өсөн борсолоп, уны ғүмер буйына үҙ ҡанаты аҫтына алып йәшәгән әсәйҙәрҙән дә изге кеше юҡтыр. Ә атайҙар кем һуң? Балаһына юл ярыусы, киләсәген хәстәрләүсе, ярҙам итеүсе ул түгелме? Ҡайһы саҡта яҙмыш ҡушыуы буйынса атай кешегә әсәй ролен дә үҙ иңенә алырға тура килә. Тәтешле районының Борғонбаш ауылында тап шундай атайҙарҙың береһе – Рәмил Хәйруллин менән танышырға тура килде, тип яҙа “Тәтешле хәбәрҙәре” гәзите.

Күпселек ир-атҡа хас булғанса бик баҫалҡы, үҙе тураһында һөйләргә яратмаған, уңған ғаилә башлығы булып сыҡты ул. Яңғыҙы өс балаһын үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына сығарған атай күптәргә өлгө булырлыҡ.

Рәмил Мансур улы Борғонбаш ауылында тыуған. Иҫке Күрҙем урта мәктәбен, аҙаҡ Нефтекама нефть колледжын тамамлаған егет Краснохолм нефть һәм газ сығарыу идараһының 4-се промыслаһына эшкә урынлаша. Ҡырҡ йылға яҡын оператор булып эшләй. 1982 йылда Яңауыл районының Тартар ауылы ҡыҙы Инзилә менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы Сулпан, Рәмилә, Айһылыу исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур, татыу тормош 14 йыл ғына дауам итә, ҡаты ауырыуҙан һуң  ҡатыны һауыға алмай, вафат була. Ул саҡта оло ҡыҙҙарына – 13, ә иң бәләкәсенә алты ғына йәш була. Шулай итеп, ҡыҙҙар әсәйһеҙ, Рәмил Мансур улы ышаныслы тормош юлдашынан, ҡатын-ҡыҙ наҙынан мәрхүм ҡала.

Юғалтыуҙы бик ауыр кисерә ир. Тик нисек кенә ҡыйын булмаһын, бирешергә ярамағанын яҡшы аңлай, бөтә ғүмерен балаларына арнарға ҡарар итә, улар өсөн хәстәрлекле атай булырға тырыша. Мал-тыуар тәрбиәләй, ҡош-ҡорт тота, йорт эштәрен дә башҡара. Бына шулай мәшәҡәттәр, көйөнөс-һөйөнөстәр  менән йыл артынан йыл уҙа, ҡыҙҙар бер-бер артлы үҫеп, белем алып, тыуған йорттан ситкә таралыша. Сулпан ғаиләһе менән Юғары Тәтешлелә, Рәмилә Нефтекамала йәшәй. Төпсөгө Айһылыу атаһы эргәһендә. Рәмил Мансур улы өс ейәненең яратҡан олатаһы ла.

– Балаларым бик тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан, аҡыллы булып үҫеп етте,– тип һөйөнә атай.– Әсәләрен  нисек юҡһыныуҙарын ҡыҙҙарым йәшерә, күңелдәренә күптән бикләп ҡуйғандар.  Һағыналар, әлбиттә, нисек һағынмаһындар! Атай нисек кенә яҡшы булмаһын, әсәйҙе алыштыра алмай, – ти Рәмил Мансур улы.

Хаҡлы ялда булһа ла, уның ҡул ҡаушырып ултырғаны юҡ. Ихатаһы тәрбиәле, аллы-гөллө сәскәгә сумған. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә  ул.Тормоштарында ныҡлы терәк булған атайҙарын ҡыҙҙары өҙөлөп ярата, тыуған йорттарына ваҡыт табып, йышыраҡ ҡайтырға тырыша улар.Именлек, һаулыҡ насип булһын, бергә-бергә татыу ғүмер кисерергә яҙһын!

Сирена Рәхимйәнова фотоһы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас