

Мәктәпте тамамлағас та һәр кем күңеленә ятышлы һөнәр һайлап, ошо йүнәлештә уҡыуын дауам итә. Ата-әсәһенең өгөт-нәсихәте лә ҡайһы берәүҙәрҙе үҙе теләп һайлаған юлдан яҙлыҡтырмай. Ни тиһәң дә, кеше һәр ваҡыт үҙенең тәғәйенләнеше тураһында фекер йөрөтә. Һөнәре буйынса киләсәктә файҙа килтерерлек хеҙмәт тураһында баш вата һәм уны тормошҡа ашырыр өсөн бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай алда торған бихисап ҡаршылыҡтарҙы йыра-йыра, ныҡышмалылығын алға ҡуя. Ошондайҙар рәтенә бай тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Илдар Зиннәт улы Бәшировты индерергә мөмкин.
Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында Фәриҙә менән Зиннәт Бәшировтар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә ул. Илдар бала саҡтан отҡорлоғо, зирәклеге менән айырылып тора. Бигерәк тә ата-әсәһенә, дүрт апаһына, ағаһына, ике энекәшенә ярҙамлашып, бәләкәйҙән ҡул араһына кереп, эш тәмен һәм аш ҡәҙерен белеп буй еткерә. Атаһының ышаныслы ярҙамсыһы йорт-ҡура, хужалыҡ тирәһендә булышып, бөтә эш нескәлектәренә төшөнә. Мал тәрбиәләү, утын һәм бесән әҙерләүҙән тыш, өйҙәге барлыҡ мәшәҡәттәрҙе лә ихлас үтәй. Ауыл малайҙары менән уйнап, тәбиғәттән көс-ғәйрәт алып үҫкән Илдар Зиннәт улы мәктәптә тырышып уҡый. Айырыуса теүәл фәндәрҙе ярата. Аралашыусан, ипле һүҙле, юморға бай егет алдынғыларҙан һанала. Ә инде өҙҙөрөп гармунда уйнауы һәм, өлкән апайҙарына эйәреп, йыр-моңға ғашиҡлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Өлкәндәр ниндәй генә эш ҡушмаһын, һәр ваҡыт яуаплы башҡара, тиңдәштәрен ойоштороуға һәләтле була, төрлө уйындарҙа, бәйге-ярыштарҙа, спортта һыр бирмәй. Әлбиттә, бында ғаилә тәрбиәһе мөһим роль уйнай, сөнки атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зиннәт Әхмәтша улы һигеҙ балаһын да кеше итеү өсөн бөтә көсөн һалған хәстәрлекле атай була. Әсәһе тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәриҙә Әхтәр ҡыҙы уңғанлығы, өйөн, ихатаһын бөхтә, тәртиптә тотоуы, балаларын эшкә ылыҡтырып матур тәрбиәләүе менән әле лә ауылдаштарының телендә. Заман һәм һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә етерлек татыған изге күңелле яҡындарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәй улдары һәм ҡыҙҙары.
“Ни өсөн медицинаны һайлайһың, улым? Ҡурҡмайһыңмы?” Әсәһенең һүҙҙәре ҡолағында яңғырағандай. Киләсәккә уй-ниәтен белергә тырышып, дөрөҫ юлды һайланымы икән тип борсолоуҙары хәтерендә.
Мәктәпте тамамлағас, ул Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Илдар Зиннәт улын төркөм старостаһы итеп һайлайҙар. Студент йылдары һиҙелмәй үтеп тә китә. Тормош юлында Миләүшә Зиннур ҡыҙын осратып, ғаилә усағы ҡабыҙалар. Донъяларын йәмләп, улдары Вадим тыуа. Йәштәргә ул саҡта үҙ фатиры тураһында хыялланырға ғына ҡала, шуға күрә ата-әсәһенең фатихаһы менән студент улы хәрби хеҙмәт юлын һайларға мәжбүр була. Куйбышев ҡалаһындағы хәрби медицина факультетын тамамлағас, йәш ғаилә Читаға йүнәлтелә. Унан Красноярск крайының Канск ҡалаһында хәрби частарҙа хеҙмәтен дауам итә. Икенсегә атай һәм әсәй бәхете кисерелә, ҡыҙҙары Лилиә өйҙәренә йәм өҫтәй. Артабан хеҙмәте Әстрхан өлкәһендәге Капустин-Ярҙа (хәҙерге Знаменск ҡалаһы) үтә. Туғандарына һәр саҡ ярҙам итеп тора улар. Атай-әсәйһеҙ етем ҡалған Ританы Илдар Зиннәт улы опекаға алып тәрбиәләп үҫтерә. Балаларының барыһына ла юғары белем биреп, улы һәм ике ҡыҙына туйҙар яһап, оло тормош юлына оҙата.
Медицина һәр ваҡыт камиллашыуҙы талап итә: Илдар Бәширов Мәскәү, Санкт-Петербург, Ашхабад ҡалаларында квалификацияһын камиллаштыра. Хеҙмәт юлын башлаған йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙа, тәжрибәһен уртаҡлаша. Хәрби хеҙмәттә 26 йылы үтеп тә китә. Ғүмер буйы ситтә йәшәгәнлектән, тыуған төйәк һәм туғандар һағындыра, әлбиттә.
Отставкаға сығыу менән, ғаилә Башҡортостанға юл тота. Мәләүез ҡалаһында Илдар Зиннәт улы дауаханаға эшкә урынлаша. Тиҙҙән уларҙы баш ҡалаға эшкә саҡыралар. Өс йылдан һуң Бәшировтар Архангел районына килеп төпләнә. Архангел үҙәк район дауаханаһында 2012 йылдан алып тынғыһыҙ медицина хеҙмәтен яуаплылыҡ менән башҡарыуын дауам итә. Рәсәй Федерацияһының хәрби хеҙмәте ветераны, запастағы медицина хеҙмәте подполковнигы, табип Илдар Бәширов, район халҡының һаулығын хәстәрләп, ең һыҙғанып эшләй. Ул – коллективта тәжрибәле һәм абруйлы хеҙмәткәр. Йәш табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына биргән кәңәштәре лә урынлы. Эшен яратып башҡарған Илдар Зиннәт улын район халҡы хөрмәт итә. Ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйыуы күптәрҙең ғүмерен ҡотҡара. Һауыҡҡан пациенттарҙың ихлас күңелдән уға төбәп әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары уның үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген дәлилләй. Һайлаған һөнәренә бөгөн дә тоғро ул.
Ир-егет үҙ ғүмерендә ул тәрбиәләп үҫтерергә, йорт һалырға, ағас ултыртырға тейеш, тиҙәр. Быларҙың барыһы ла кисерелгән, үтәлгән. Тимәк, Илдар Зиннәт улы тулы ҡанлы тормошо менән бәхетле. Йәмғиәттә үҙ урынын, тәғәйенләнешен табып, атай-әсәй рухына тап төшөрмәй йәшнәп йәшәүенә туғандары ла сикһеҙ ғорурлана.
Миләүшә БӘШИРОВА
Архангел районы.