Йәмғиәт
27 Июнь 2023, 06:31

“Эшләһәң, йәшәргә була”

Йорттарҙа усаҡ һүнмәһен.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Тәтешле районының Икенсе Еремйәбаш ауылы ҙур түгел. 2023 йылдың 1 июненә бында 118 кешенең йәшәүе билдәле. Күпселеге – өлкәндәр, эшкә һәләтле йәштәгеләр, һикһәнде уҙғандар – алты кеше. Балалар ни бары туғыҙ ғына бөртөк. Тарихтан күренеүенсә, ауылға 1914 йылда Бөрө өйәҙе биләмәһендә нигеҙ һалынған, 35 йортта 19 кеше йәшәгәне билдәле. Ауыл тарихи боролоштарҙа ла үҙ йөҙөн һаҡлап, әлегәсә үҙ исемен йөрөтә.

Бәләкәй ауылда ла тормош ҡаҙан кеүек ҡайнап тора. Айырыуса йәй көн­дәрендә ҙур йәнлелек һиҙелә. Күп бала тәрбиәләп үҫтергән Ғималетдинов­тар­ҙың тынғыһыҙ ғаиләһенә лә хас  был күренеш. Өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер би­реп, өсәүһен аяҡҡа баҫтырған ата-әсә төпсөк ҡыҙҙары Ландыш менән бер­гә донъя көтә. Тәхминә Рәсим ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн уларҙа өй йыуыу өмә­һе, йәйҙең йәмле көнөндә донъяны ялт иттереп йыйыштырып ҡуйғыһы килә. VI класҡа уҡырға барасаҡ ҡыҙы һәр эшендә ҙур таяныс, кесе йәштән йорт-баҡса мәшәҡәттәрен башҡарырға күнеккән.

Йорт хужаһы Радик Радим улы Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы кооперативында водитель булып эшләй. Ә хужабикә ошо хужалыҡта уҡ һыйыр һауа. “Ауылда эш урыны булыуы яҡшы инде ул. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Эшләһәң, аҡсаһы ла була, кәйеф тә күтәренке”, – ти Тәхминә.

Ғималетдиновтарҙың өс улы ла армия хеҙмәтендә булған. Өлкәндәре Данил Нефтекамала йәшәй, улдары бар. Фидан – Яңауылда. Икеһе лә ғаилә­ле. Кинйә улдары Нияз Яңауыл нефтсе­ләрендә водитель булып эшләй.

Иҫке Күрҙем ауыл советы биләмә­һендә күп бала тәрбиәләгән утыҙ ғаилә йәшәй. Балалар тауышы гөр килеп торған, туғанлыҡ тойғоһо, бер-береңә ярҙам, һөйөү йәшәгән егәрле ғаиләләре менән ауыл да йәнле. “Өйҙәрҙәге усаҡ һүрелмәһә, балалар ҙа бәхетле, аҙымдары ышаныслы. Ҙур ғаиләлә үҫкән кеше ярҙамсыл, башҡалар хәленә инә белеүсән, туғандары өсөн ҡалҡандай ышаныслы. Улдарыбыҙ беҙҙең хеҙмәт иткәнде күреп үҫте, армия “бутҡаһын” ашап сыныҡты, шуға күрә уларҙың эш яғынан һыр бирмәҫенә ышанабыҙ”, – ти күп бала әсәһе Тәхминә Рәсим ҡыҙы.

 Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас