

Рөстәм Аблаев – 2011 йылдан “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Етәксегә был осорҙа бихисап көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә, төрлө һынауҙар аша үтергә тура килә. Әммә предприятиеның үҫеш перспективаһын күрә белеү Рөстәм Борһанетдин улына техник яҡтан нигеҙләнгән һәм грамоталы ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә комбинат етәксеһе ҙур хеҙмәт коллективы араһында абруй ҡаҙана. Предприятиела әле 970-тән ашыу кеше эшләй, һуңғы ваҡытта араларында йәштәр күбәйә. “Бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған, булдыҡлы етәксе менән эшебеҙ көйлө бара”, – ти хеҙмәттәштәре Рөстәм Борһанетдин улы хаҡында.
– Рөстәм Борһанетдин улы, хеҙмәт юлығыҙға байҡау яһағанда...
– Магнитогорск дәүләт университетын тамамлағас, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында бер йыл тау мастеры һөнәре буйынса эшләгәндән һуң, Хәйбулла тау компанияһына урынлаштым. Был компанияла төрлө йүнәлештәр буйынса эшләп, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашып, ҙур тәжрибә тупланым. Хәҙер 12 йылға яҡын “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарам. Ошо йылдар арауығында бихисап проекттарҙы бойомға ашырҙыҡ, шул иҫәптән биш йыл эсендә тиерлек “Көньяҡ” шахта стволы төҙөлөшөн тамамланыҡ.
– Предприятиеның төп күрһәткестәрен нисек баһалайһығыҙ? Уҙған йылды нисек тамамланығыҙ?
– Киреһенсә, планға ҡарата бер аҙ үҫеш күҙәтелде. 2022 йылда байыҡтырыу фабрикаһында 415 мең тонна мәғдән (йәғни планға ҡарата 101,2%) эшкәртелде. Баҡыр, цинк, затлы металдар сығарыу буйынса ла план күрһәткестәре үтәлде. 2023 йылда эшкәртеү күләмен шул уҡ кимәлдә һаҡлап ҡалырға иҫәп тотабыҙ. “Көньяҡ Маҡан” һәм “Дүртенсе” участкаларының запастарын асыу өсөн, быйыл 480, 550 метр горизонттарҙы ҡаҙыуҙы дауам итеү планлаштырыла.
– Ә етештереүсәнлекте артабан арттырыу өсөн ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
– Етештереүсәнлекте арттырыу мәсьәләһе менән даими рәүештә шөғөлләнәбеҙ. “Көньяҡ” шахта стволы төҙөлөшөнөң әүҙем фазаһын башланыҡ. Проектҡа ярашлы, шахта стволы эшләй башлағандан һуң да төҙөлөш дүрт этапта дауам итте. ”Көньяҡ” шахта стволында мәғдәнде ер өҫтөнә сығарған машина менән идара итеү комплексын яңырттыҡ. Был руданы өҙлөкһөҙ өҫкә сығарыуҙы тәьмин итте һәм шулай итеп етештереүсәнлекте арттырыуға булышлыҡ итте.
Былтыр байыҡтырыу фабрикаһында яңы ҡуйыртыу бүлеген төҙөнөк. Әлеге ваҡытта фабрикала механоактиваторҙы сафҡа индереү буйынса һынауҙар бара. Был мәғдәндән баҡыр, цинк һәм затлы металдарҙы күберәк сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, производствоға һанлы технологиялар индерәбеҙ. Мәҫәлән, хәҙер белгестәр шахтаның ҡайһы бер төп ҡорамалдарының техник торошон, параметрҙарын смартфон аша – махсус мобиль ҡушымта ярҙамында даими рәүештә күҙәтә ала. Тағы ла шахтала кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең заманса технологиялары ла индерелә.
Даими рәүештә автомобиль-техника паркын яңыртып торабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа тейәү-ташыу машиналары, быраулау кареткалары, шахта автосамосвалдары һатып алынды. Ер аҫты самосвалын тәүге тапҡыр файҙалана башланыҡ, сөнки быға тиклем башҡа горизонттарҙа руданы рельстар буйлап электровоздар ярҙамында ғына ташыныҡ. Әлбиттә, махсуслашҡан ер аҫты техникалары паркын модернизациялау ҙур сығымдар талап итә – миҫал өсөн ике тейәү-ташыу машинаһын һатып алыуға яҡынса 45 миллион һум сарыф ителде. Бынан башҡа, быйыл электр хужалығын модернизациялауға, шул иҫәптән электр ярҙамсы станцияһын реконструкциялауға 70 миллион һум бүленде. Дөйөм алғанда, йыл һайын инвестициялар күләме 500 миллион һум тирәһе тәшкил итә.
– Комбинаттың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен даими ҡайғыртыуы мәғлүм. Әлеге ваҡытта был юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарыла?
– Эйе, байтаҡ финанс сығымдары талап ителеүенә ҡарамаҫтан, предприятие экология мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Етештереүҙе киңәйтеү һәм тау эштәре күләменең артыуы менән бәйле шахта һыуҙарын таҙартыу өсөн яңы ҡоролмалар төҙөлә. Уны киләһе йылда сафҡа индерергә ниәтләйбеҙ. Был проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн, шул иҫәптән өр-яңы ҡорамалдар һатып алыуға һәм төҙөлөш эштәренә ойошма тарафынан 400 миллион һумдан ашыу бүленә. Әйткәндәй, яңы таҙартыу ҡорамалдарын файҙаланыу ҙа ҡиммәткә төшә – уны эксплуатациялау өсөн йыл һайын 300–350 миллион һум тирәһе бүленәсәк. Әммә беҙҙең предприятие өсөн иң мөһиме – тирә-яҡ мөхиттең экологик торошо.
Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, предприятие отвалдарҙы рекультивациялау эштәре, йәғни тау тоҡомдарын техника ярҙамында тигеҙләү, өҫтөнә махсус япма һәм уңдырышлы тупраҡ түшәү менән шөғөлләнә. Быйыл бының өсөн яҡынса 40 миллион һум бүленде. Былтыр 1-се һанлы отвалды рекультивациялау тамамланды. 3-сө һанлы отвалда эштәр аҙағына яҡынлаша. Киләһе йылда Маҡан отвалында ошо уҡ ғәмәлде башҡарырға иҫәп тотабыҙ.
– Райондың эре сәнәғәт предприятиеларының береһе булараҡ һеҙ күп кенә социаль проекттарҙы ла бойомға ашыраһығыҙ...
– Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты социаль өлкәгә лә ҙур иғтибар бүлә. Бүребайҙарҙың оҙаҡ йылдар буйы төп проблемаларының береһе – һыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн яңы скважинаға һыу үткәргестәр һалынды. Хәҙер эҫе йәй көндәрендә лә крандарҙан һыу даими килә. Былтыр Бүребайҙа табип амбулаторияһы тулыһынса капиталь ремонтланды, бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ, урам сәхнәһе менән яңы стадион төҙөлдө, тиҙҙән физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инәсәк. Был заманса спорт объекты төҙөлөшөнөң яртыһын комбинат финанслай. Бынан тыш, 5 миллион һумдан ашыу суммаға төрлө спорт тренажерҙары, йыһаздар һатып алынды.
Шулай уҡ “Аҡсарлаҡ” лагерын яңынан төҙөүгә булышлыҡ күрһәттек, ағымдағы йылда Бүребайҙа резина япмалы футбол стадионы төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Уҙған йылдарҙа өс балалар майҙансығын булдырҙыҡ, киләсәктә лә мөһим социаль инфраструктура объекттары төҙөлөшөнән ситтә ҡалмаясаҡбыҙ.
– Комбинатта кадрҙар менән хәл нисек? Йәштәрҙе тау сәнәғәтенә йәлеп итеү буйынса эш алып барыламы?
– Һуңғы йылдарҙа комбинатта кадрҙар етмәүе һиҙелә. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында электән вахта ысулы ҡулланылмай, ошоға бәйле башлыса урындағы район халҡы – Бүребай, Аҡъяр, Татыр-Үҙәк, Һамар, Садовый һәм башҡа ауыл кешеләре эшләй. Предприятие хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә даими эш алып бара. Сит яҡтарҙан килеп эшләгәндәргә 102 урынлыҡ ятаҡ төҙөлдө, бынан тыш, уларға торлаҡты ҡуртымға алыу сығымдары предприятие тарафынан компенсациялана.
Район йәштәрен тау сәнәғәтенә йәлеп итеү маҡсатында мәктәптәрҙә инженер кластары асылды. Техник йүнәлешендәге махсус программа буйынса уҡыуҙы тамамлаусылар араһында иң яҡшылары УГМК Техник университетына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта был алдынғы университетта бер нисә тиҫтә студент тулыһынса предприятие иҫәбенә белем ала – улар өсөн уҡыу һәм ятаҡта йәшәү бушлай, стипендия ла бирелә. Ошо вузды тамамлап, беҙгә эшкә ҡайтҡан грамоталы, заманса ҡарашлы йәш белгестәр бар, улар үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Яңы эшкә урынлашҡан белгестәрҙең тәүге эш хаҡы 70 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Тағы ла беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Техник университетта бушлай икенсе юғары белем ала. Был, әлбиттә, предприятиеның киләсәге өсөн мөһим, сөнки ваҡыт үтеү менән талаптар ҙа, технологиялар ҙа үҙгәреп, яңырып тора.
Хеҙмәт коллективы – предприятиеның төп байлығы. Форсат тыуғанда цехтар буйлап үтеп, эшселәр менән аралашам, уларҙың эш шарттарын белешәм. Быйыл Екатеринбургка “УТМК-Сәләмәтлек” Европа медицина үҙәгенә тулы комплекслы медицина тикшереүен үтергә 100-ҙән ашыу хеҙмәткәрҙе ебәрәбеҙ. Был күп кенә сирҙәрҙе иҫкәртергә һәм асыҡларға булышлыҡ итә. Ҡайһы саҡта хатта ашығыс операция талап ителеүе билдәләнә, был осраҡта ла предприятие ярҙам ҡулын һуҙа. Миҫал өсөн, яңыраҡ бер хеҙмәткәрҙең бөйөрҙәренә операция яһау өсөн 300 мең һумдан ашыу, ә икенсеһенә бүҫерҙе бөтөрөү өсөн 100 мең һум тирәһе аҡса бүленде һәм башҡалар.
Шулай уҡ эшселәрҙең дөрөҫ туҡланыуы ла беҙҙең өсөн бик мөһим – смена һайын һәр бер хеҙмәткәргә ашханала туҡланыу дотациялана. Мәҫәлән, шахтерҙарға туҡланыу өсөн смена һайын 450 һумлыҡ талон бирелә.
Эшләүсе пенсионерҙарға һәм пенсия алды йәшендәгеләргә илдең төрлө төбәгендә санитар-курорт дауалауы ҡаралған. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Анапа, Калининград һам башҡа ҡалаларҙа ял итеп, һаулығын нығытып ҡайтты.
Ағымдағы йылда шахтала һәм промзонала модулле бина төҙөп, унда смена алдынан медицина тикшереүе үтеү комплекстарын ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Бында табип кабинеты, прививкалар яһау, процедуралар бүлмәләре урынлашасаҡ. Артабан предприятиела табип-терапевт вазифаһын штатҡа индерергә ниәтләйбеҙ, был белгес бөтә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк. Эшселәрҙең ялын ойоштороу маҡсатында киләсәктә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, спорт секциялары өсөн тренерҙарҙы штатҡа йәлеп итергә планлаштырабыҙ.
– Пландарға килгәндә, дөйөм алғанда предприятиеның перспективалары ниндәй? Разведкаланған мәғдән күләме нисә йылға иҫәпләнгән?
– Октябрь руда ятҡылығының разведкаланған мәғдән күләме 2033 йылға тиклем иҫәпләнгән. Комбинат минераль-сеймал базаһын яңыртыу һәм үҫтереү өҫтөндә даими эшләй. Ошоға бәйле геологик разведкалау ойошмалары менән килешеү төҙөлә. Перспективалы участкалар бар, уларҙы балансҡа алырға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, яңы технологиялар барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә техноген сеймалды, йәғни ҡалдыҡтарҙы, ташландыҡ тоҡомдарҙы эшкәртеү мөмкинлектәре асыла. Был перспективалы йүнәлеш буйынса ла тикшереү эштәре алып барыла. Шуға күрә Октябрь баҡыр-колчедан ятҡылығы запастары бөткәндән һуң да предприятие туҡтамаясаҡ һәм эшмәкәрлеген дауам итәсәк тип ышаныслы әйтә алам.
– Йәмәғәт эшмәкәрлегенә килгәндә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты вазифаһын үтәгән осорҙо нисек баһалайһығыҙ?
– Үҙ-үҙемде баһалай алмайым, әлбиттә, әммә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы үтәргә тырыштым. Был йәмәғәт эшен алып барыу тәжрибә туплауҙа, республика, дәүләт аппараты ҡоролошон яҡшыраҡ аңлауға булышлыҡ итте. Шул иҫәптән депутаттың бурыстары араһында – район биләмәһендә инфраструктураны яңыртыуҙы, бойомға ашырылған проекттарҙы финанслауға республика, федераль бюджеттарынан максималь күләмдә аҡса йәлеп итеү һәм проблемалар тураһында даими һөйләү. Аҡъярҙа 3-сө мәктәп, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөштәре башланһын өсөн республика Башлығына бер нисә тапҡыр хаттар, мөрәжәғәтнамәләр яҙҙыҡ, Мәғариф министрлығында ла һөйләшеүҙәр алып барҙым, һөҙөмтәлә ыңғай яуап ала алдыҡ. Ә бына шәхси һорауҙар менән, шул иҫәптән һыу тәьминәте мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә башлыса комбинат иҫәбенә шәфҡәтлелек ярҙамы күрһәтелде.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Ҡатыным менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Искәндәр Техник университетында тау электромеханигы һөнәре буйынса белем ала, быйыл I курсты тамамлай. Ҡыҙыбыҙ Камила Х класты бөттө, Илдар әле балалар баҡсаһына йөрөй. Буш ваҡыттарҙа бергәләп тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, ҡышын саңғыла йөрөргә яратабыҙ.
– Рөстәм Борһанетдин улы, һеҙ күптән түгел республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булдығыҙ. Ҡотлайбыҙ!
– Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты коллективының етештереү һәм социаль өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары өсөн һалынған хеҙмәтемде һәм йәмәғәт эшмәкәрлегемде юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. Был минең өсөн көтөлмәгән булды һәм мин уны ҙур аванс тип иҫәпләйем. Награда беҙҙе тағы ла яҡшыраҡ эшләргә һәм уңышлы үҫешергә бурыслы итә. Тау-байыҡтырыу комбинаты етәксеһе булараҡ, мин үҙемде уның коллективы менән өҙөлмәҫлек итеп бәйләйем һәм предприятиеның һәр хеҙмәткәре шулай уҡ был орденға лайыҡлы тип иҫәпләйем.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.