

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов социаль селтәрҙә һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан.
“Бөгөн беҙ яҙ көнө фажиғәгә юлыҡҡан йәш шайморатовсы Тимурға ярҙам итеү теләге менән төҙөлгән яңы мунсаны подрядсыларҙан ҡабул итеп алдыҡ. Был һөйөнөслө ваҡиғаның Ҡорбан байрамы менән тап килеүе символик мәғәнәгә эйә. Төҙөлөшкә районыбыҙҙың кеше ҡайғыһына, яҙмышына битараф булмаған ярҙамсыл яҡташтарыбыҙҙың махсус иҫәпкә туплаған аҡсалары ла йүнәлтелде. Был эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ихлас рәхмәт әйтәм, күрһәткән мәрхәмәтлегегеҙ, шәфҡәтлелегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Изгелегегеҙ икеләтә үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын! Ә беҙҙең дөйөм эшебеҙ байрам көнөндә Тимурға бүләк булһын!”
Рөстәм Рахманғолов фотоһы.