Йәмғиәт
30 Июнь 2023, 07:30

Ҡаһарман ауылы ҡаһармандары

Ағалы-ҡустылы икәү бер ротала хеҙмәт итә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Украинала махсус хәрби операция башланғас, тормошобоҙ ҙа ҡырҡа үҙгәрҙе: ярты уйыбыҙ республикала булһа, ҡалған яртыһы – яу яланындағы ир-егеттәр хаҡында. Халыҡтың күпселеге Ватанды һаҡларға кәрәклеген аңлап ҡабул итте һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

 

Ауыл тупланды

 

Тыуған ауылым Белорет райо­ны­ның Ҡаһарман ауылынан тиҫтә­нән ашыу ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша: берәүҙәр контракт төҙөнө, икенселәр – мобилизация буйынса, өсөнсөләр хәрби хеҙмәт бурысын үтәй. Араларында яраланып ҡайтҡандар ҙа бар, әле лә ҡыҙыу нөктәлә сафта ҡалғандары ла байтаҡ. Ҡайһы бер ғаиләләрҙән икешәр егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Ҡаһармандар махсус хәрби операциялағы ауылдаштары­на айырыуса хөрмәт менән ҡарай. Яугирҙәр ялға ҡайтҡанда күмәкләп ҡаршы алыу һәм яңынан оҙатыу йолаға әйләнде. Шул да күҙгә ташлана: ауылда бөтөнләй икенсе мө­хит барлыҡҡа килгән – бер-бере­һенә ярҙам итергә, ауылды йәнлән­дереү өсөн изгелектәр ҡылырға тиҙ генә ойошалар, йәғни кешеләр берҙәм гуманитар ярҙам йыя. Яҙын бер машина һатып алып, махсус хәрби операцияға оҙаттылар.

 

Йөрәк ҡушыуы буйынса

 

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ауылдаштарым менән күрешеп, яҡындан аралашыу форсаты тейҙе.

Гөлйыһан менән Рауил Ҡаси­мов­тарҙың ике улдары ирекмән булып Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт итә. Мин барғанда Гөлйыһан апай менән “Ҡасим” позывнойлы яугир егет өйҙә ине. Улар беҙҙе бик ихлас ҡаршыланы, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ.

“Ҡасим”дың хәрби опера­ция­ларҙа ҡатнашыу тәжрибәһе бай. Ул ауыл мәктәбен тамамлағас, юл-төҙөлөш эштәре машинисы һөнәре­нә уҡып сыҡҡан, 2006 йылда хәрби хеҙмәткә алғандар. 2009 йылда контракт буйынса хеҙмәткә китә, Чечен Республикаһына команди­ров­каларға йөрөй. Шулай итеп, өс тапҡыр контракт буйынса хеҙмәт юлын үткән тәжрибәле яугир ул. Махсус хәрби операция баш­лан­ғас та, 2022 йылдың апрелендә ирекмән булып тағы ла Украинаға юллана. Майҙа яралана һәм оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә. Һауыҡҡас та Салауат Юлаев батальоны сафына яҙыла.

Махсус хәрби операция тура­һын­да төрлө фекер ишетергә тура килә, шуға ла ут эсендә йөрөп ҡайт­ҡан “Ҡасим”дан был һуғышҡа ҡарата фекерен белдереүен һораным.

– Рәсәй был операцияны баш­ларға мәжбүр булды, кәрәкле сара, тип иҫәпләйем. Һәр ир-егет Тыуған илен һаҡларға тейеш. Илебеҙгә бәлә килгәйне, ҡайһы берәүҙәр сит илдәргә ҡасты. 23 февралде байрам итеүселәр күп, шул уҡ ваҡытта бәғзеләр: “Минең һуғыш түгел”, – тип яңылыша. Ҡөрьәндәге сүрәлә лә “Һин Тыуған илеңде һаҡларға тейешһең” тип яҙылған.

Махсус хәрби операция барған биләмәлә йәшәгән халыҡтың күп­селеге беҙҙе ҡыуанып ҡаршы ала, шулай уҡ яратмағандары ла бар. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яуҙа ҡатнаша, госпиталдәрҙә эшләй.

Украинала күп урындарҙа бу­лырға тура килде: ауылдар таш­ландыҡ хәлдә, әбей-бабайҙар ғына ҡалған. Ундағы халыҡ әле һаман “Москвич”, “Жигули”, “ЗИЛ”, “ГАЗ” кеүек элекке маркалы машина­ларҙа йөрөй, – ти “Ҡасим”.

Уның белдереүенсә, Салауат Юлаев батальоны коллективында үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт урын­лаш­ҡан, бер республиканан булыу ҙа быға йоғонто яһай. “Ауыл егеттәре менән барғас та мунса эшләп ҡуйҙыҡ. Үҙебеҙ менән таҡта алғай­ныҡ, бик уңайлы булды. Ауылдан ярҙам һорағас, Биктимер Ғәлин һәм Роберт Солтанов тимер мейес һатып алып ебәрҙе. Башҡа ауылдаштар ҙа гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Ауылдаш­тарыбыҙ беҙҙе матур итеп ҡаршы алып, оҙатып тора, рәхмәт уларға.

Беҙ дошмандан азат ителгән биләмәләрҙе һаҡлайбыҙ. Дошман хәрби частарға һөжүм итеп бармай, күп осраҡта ябай халыҡ йәшәгән ауыл-ҡасабаларҙы утҡа тота”, – ти яугир.

“Ҡасим” яуҙа республика балаларынан алған хаттарҙы ла күрһәтте. Яугирҙәр йылы һүҙҙәр яҙылған ошондай хаттарҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай.

 

“Телефонды ҡосаҡлап йоҡлайым...”

 

Гөлйыһан апайҙың оло улы ла (“Һунарсы”) махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул да ирекмән булып Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт итә. Армияла саҡта уҡ Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан. “Һунарсы” – дүрт бала атаһы. Әле ағалы-ҡустылы икәү бер ротала хеҙмәт итә.

– Улым (“Ҡасим”) яраланып ҡайт­ҡас, башҡа бармаҫ тип уйла­ғайным, тик ул йәнә китте. Оло улым инде ҡыҙыу нөктәлә булып ҡайтҡас, ҡайҙа барғанын белә ине. Улдарымдың теләктәренә ҡаршы сыға алманым.

Бар яҡлап та ярҙам иткән ауылдаштарыма рәхмәт. Хәл белешеп торалар, ғаиләбеҙгә хөрмәт менән ҡарайҙар. Исмаҡай халҡы, күрше­ләре, туғандары өлкән улымдың ҡатынына ярҙам итә.

Беҙ телефонды ҡулдан төшөр­мәйбеҙ, ике телефонды ла ҡосаҡ­лап йоҡлайым. Һәр шылтыратыуҙы календарға яҙып барам. Ата-әсә­ләргә сабырлыҡ теләйем, тиҙерәк тыныслыҡ килһен, күҙ йәштәре тү­гелмәһен. Улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайт­һын, тип көн-төн теләп ултырабыҙ, – ти әсә.

 

Яугир һүҙе

 

Һөйләшеү ваҡытында “Ҡасим” бөгөнгө ваҡиғаларға ҡарата үҙенең уй-фекерҙәрен дә уртаҡлашты.

– Украиналағы махсус хәрби операция хәрби конфликттар ара­һындағы иң көслөһө, тип иҫәп­ләйем. Уны Чечен Республика­һын­дағы, Сүриә, Тажикстан, Афғанстан кеүек илдәрҙәге операциялар ме­нән сағыштырып булмай. Бөгөн рәсми булмаһа ла, НАТО, Америка, Европа илдәре беҙгә ҡаршы һуғыша. Украина өсөн сит илдәрҙән яллан­ған һалдаттарҙың ҡатна­шыуы ла быға дәлил булып тора. 

Хәрби операция уйын түгел, шуға ла Тыуған еребеҙҙә бындай афәттәр бер ҡасан да булмаһын, тип теләйем. Үҙ төйәгебеҙҙә барына шөкөр итеп, булмағанын булдырып, матур йәшәргә яҙһын.

Әле юҡ-бар һөйләп ятыусылар ҙә бар, әгәр улар ундағы хәлдәрҙе барып күрһә, икенсе төрлө фекер йөрөтөр ине. Донбасс ерендәге халыҡ көн-төн ут аҫтында йәшәй.

Фашистар беҙгә ҡаршы яу асты. Улар һигеҙ йыл дауамында ныҡлы әҙерләнгән, өйҙәрен нығытып, бетон менән ҡаплап ҡуйғандар. Дошман бер урынды ташлап китһә, икенсе ерҙә ҡорал, аҙыҡ-түлек, әйберҙәр булған урын әҙер тора.

Махсус хәрби операцияла ҡат­наш­ҡан ирекмәндәрҙең күбеһе: “Беҙ­гә аҡса кәрәкмәй, балала­рыбыҙҙың тыныс киләсәге өсөн көрәшәбеҙ”, – ти. Был һүҙҙәрҙә ял­ған­лыҡ юҡ, сөнки беҙҙең башҡорт­тоң рухы бик юғары, улар бер ваҡытта ла позицияны ташлап китмәй, – тине ул.

Ысынлап та, башҡорт һәр саҡ Тыуған иле өсөн йән атҡан, бөгөн дә ир-егеттәребеҙ, юғары илһө­йәрлек өлгөһө күрһәтеп, Ватан һағына берҙәм баҫты. “Тормош – ҡу­ласа” тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр инде. “Ҡасим”дың олатаһы Мөхә­мәт­ғәней Вәлиев Бөйөк Ватан һуғышында Горловкала башын һалған, ә хәҙер уның ейәне яңынан баш ҡалҡытҡан фашистарға ҡаршы көрәшә.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас