Йәмғиәт
30 Июнь 2023, 10:06

Ауыл нигеҙе – ололар

Был быуын бөгөн дә бирешмәй.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

“Ҡара көн”гә тип һалынған аҡса тураһында йыш ишетәбеҙ. Күптәр килеменең бер өлөшөн өйҙә генә һаҡлай, әммә аҡса яҫтыҡ аҫтында ла, китап эсендә лә ятырға тейеш түгел.

Ҡамай ауылына журналистар килеүен ишетеп, оло йәштә булһалар ҙа, таяҡҡа таянып осрашыуға килгән инәй-бабайҙар – сыҙамлыҡ өлгөһө. Уларҙың хәстәрлекле кәңәше, аҡыллы фекерҙәре – йәш быуынға файҙаға.

85 йәше тулып килгән Фәнилә Бикмөхәмәтова ошо ауылда тыуып үҫкән һәм, ошонда тормош ҡороп, ғүмерлеккә йәнтөйәгендә төплән­гән. 54 йыл бергә йәшәгәндән һуң, тормош иптәше вафат булған.

Элекке быуын хеҙмәт иткән йылдарын айырыуса ихласлыҡ  менән һөйләргә ярата. Был ғәжәп тә түгел, сөнки колхозда ҡул көсө менән тир түккән мәлде оноторлоҡ түгел.

Фәнилә Хәсән ҡыҙының дөйөм хеҙмәт стажы 40 йыл булһа, уның күпселеген ул һауынсы булып эшләгән.

– Элек бөтә нәмә ҡул көсө менән башҡарылды бит. Ҡул менән һауа торғайныҡ, тәүҙә – 12 һыйыр, унан – 20, аҙаҡ 30-ар һыйыр һауырға бирҙеләр. Таңғы 4-5-тә тороп эшкә сығып китә инек, көнөнә 3-әр тап­ҡыр һауҙыҡ. Аҙаҡ ҡына эш еңел­ләште, – ти Фәнилә инәй, хеҙмәт осорон хәтерләп.

Ғүмере эш менән үтһә лә, тормошонан бик тә ҡәнәғәт әңгәмәсем.

– Ауылымдан ситкә киткем килмәне, сөнки әсәйемде лә тәр­биә­ләргә кәрәк ине. Шуға әсәйемде ҡарашырға риза булған егеткә кейәүгә сыҡтым. Ирем менән бик һәйбәт йәшәнек, ул тимерсе булып эшләне. Әсәйем 89 йәшендә вафат булды. Шуңарсы бергә торҙоҡ, уның игелеген дә күп күрҙек. Хеҙмәткә һөйөүҙе лә бала саҡтан ул тәрбиәләне. “Эшләүең минең өсөн булһа, өйрәнеүең – үҙең өсөн“ тип ҡабатларға яратты. Зарла­нырлыҡ бер ерем юҡ, бәхетле булдым, ҡартлығымдан да ҡәнәғәтмен. Ҡарағандары өсөн балаларыма рәхмәтлемен, – тине инәй.

Ауылдың күркәм оло ғаилә пары  – Гүзәл һәм Ғалип Муллаяновтар менән дә таныштыҡ. Улар ҙа заманында хеҙмәттәре өсөн маҡтауға өлгәшкән. Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын йәшләй генә колхозда комбайнсы булып башлаған. Семилетка ҡасабаһында нефть ойош­маһында водитель булып та эшләргә тура килгән. Шулай ҙа тыуған ауылы нығыраҡ тарта һәм “Баҡалы” совхозының Ҡамай бү­лексәһенә тракторсы булып эшкә ҡайта. Тырышлығы менән алдыра ялан батыры. Тракторҙа булһын­мы, комбайнда эшләһенме –сов­хоздың маҡтау таҡтаһынан төш­мәй. Оло йәштә булһа ла, бөгөн дә ул ауыл хәстәре менән йәшәй.

– Ауылыбыҙ ҡараулы булғанына һөйөнәм. Зыяратты тәрбиәләп торалар, бик матур мәсетебеҙ эшләй. Ауылым өсөн шатмын, – ти аҡһаҡал.

Тормош иптәше Гүзәл Ғәбдрә­шит ҡыҙы ла өлгөлө хеҙмәте менән ғорурлана ала. Уның ғүмер юлы 1967 йылдан ошо ауылға бәйле. 37 йыл колхозда һауынсы булып эшләгән.  Йәйге ваҡытта янып-бешеп сөгөлдөр утаған ваҡыттары ла онотолмаған. Бөтә ғәмәлде ҡул менән башҡарған осорҙа эшләһә лә, зарланмай, бурысын намыҫ менән үтәй ул.

Хеҙмәт ауырлығынан да, тормош һынауҙарынан да ҡурҡмаған был быуын бөгөн дә һынатмай. Муллайәновтар ҙа балаларының иғтибарында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Баҡалы районы

Читайте нас