Йәмғиәт
30 Июнь 2023, 10:34

Башҡорт теле – моңло тел

Ата-бабалар мираҫына тоғро.

Күмертау ҡалаһының “РЕСО-МЕД” медицина страховкаһы компанияһының урындағы етәксеһе Наталья Вәхитова – башҡорт теленә ғашиҡ яҡташтарыбыҙҙың береһе.

40 йыл элек үҙенең тормош юлын башҡорт ир-уҙаманы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы Ришат Вәхитов менән бәйләгәс, яйлап башҡортса һөйләшергә өйрәнә һәм уға ғашиҡ була.

Буласаҡ тормош иптәше менән танышыуы ла осраҡлы ғына килеп сыға. Егеттең буй-һынына, холҡона ғына түгел, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуына, өҙҙөрөп баянда уйнауына ғашиҡ була украин ҡыҙы. Русса бер һүҙ белмәгән ҡәйнәһе менән (бәлки, аҡыллы инәй аңламағанға ла һалышҡандыр) башҡорт телендә һөйләшеп, йөрәгенә юл таба.

“Башҡорт теленең моңо бар, йырҙары аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек, дәрт өҫтәй, йәнде таҙарта. Тағы ла бер нәмәгә иғтибар иттем: башҡортса белгән бала бер ҡасан да ата-әсәһенә әр һүҙе әйтмәйәсәк, сөнки был һүҙҙәр ҡолаҡты ғына түгел, күңелде, йөрәкте яра”, – ти Наталья Валентиновна.

Иғтибар иткәнегеҙ бармы, ғәҙәттә, беҙҙең халыҡ бүтән милләттән кәләш алһа йәки кейәүгә сыҡһа, аралашыу өсөн рус телен һайлай. Улай ғына түгел, бөтөнләй милли тойғоһо юҡҡа сыға. Башҡорт мәҡәл-әйтемдәрен, йырҙарын белмәйенсә, ул нисек башҡорт булһын? Ришат Рәҡип улы Мәләүездә баш табип вазифаһында эшләгән осорҙа улдары Илшат менән Илнур гимназияла, аҙаҡ Күмертау политехник лицей-интернатында белем ала. Ейәне лә, олатаһына оҡшап, ҡурай һыҙҙыра, башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Ҡалала үҫкән йәштәрҙең саф башҡортса һөйләшкәнен ишетеп, күптәрҙең күҙе маңлайға менә, тип әйтһәм, бер ҙә хаталанмаҫмын. “Бер уйлаһаң, тел өйрәнеүҙең артыҡ ауырлығы юҡ. Өйҙә аралашһаң, башҡортса радио-телевидение тапшырыуҙарын тыңлаһаң, милли мөхиткә инеп китәһең”, – ти ул.

Наталья Валентиновна талантлы нәҫеле тураһында ғорурланып һөйләй. “Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев – иремдең ике туғаны, илһөйәрлек тураһындағы шиғырҙарын яратып уҡыйбыҙ, ҡайным да шиғри йәнле ине, ҡәйнешем Рифат та – ижад кешеһе”, – ти ул. Вәхитовтар нәҫелендә телгә, сәнғәткә ҡарата һөйөү, халҡыбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ рухи байлығы быуындан-быуынға рухи хазина булып тапшырыла.

- Әҡлимә ИМАМОВА

Читайте нас