Йәмғиәт
30 Июнь 2023, 10:03

Булмышында – милли рух

Баймаҡ ҡыҙы Себерҙә башҡорт теленән дәрестәр бирә.

Зөлхизә Насированың шәхси альбомынан.Зөлхизә Насированың шәхси альбомынан.
Фото:Зөлхизә Насированың шәхси альбомынан.

Рәсәйҙә башҡорттар йәшәмәгән бер төбәк тә юҡтыр ул. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡытай, Төркиә кеүек сит илдәрҙә лә үҙебеҙҙең милләттәштәрҙе осратырға мөмкин. Уларҙың ҡайҙа ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, туған телен, мәҙәниәтен онотмауы, тарихи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлауы ҡыуаныслы. Сираттағы геройыбыҙ ҙа, Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, милли рухына, үҙ халҡына, туған теленә һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә тоғро. Баймаҡ ҡыҙы Зөлхизә Насирова бөгөн Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында Халыҡтар дуҫлығы йортоноң башҡорт-тарихи мәҙәни үҙәгендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

 

– Сәләм, Зөлхизә! Үҙегеҙ ме­нән яҡындан таныштырһағыҙ ине?

– Мин Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урын­лашҡан Түбәнге Яйыҡбай ауылында йыр-моңға ғашиҡ Хәсәновтар ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Сибай педагогия колледжын тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә булдым. Ситтән тороп Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында белем алам. Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында Халыҡтар дуҫлығы йортоноң башҡорт-тарихи мәҙәни үҙәгендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирәм.

Бәләкәй саҡтан ҡурай моңона, ха­лыҡ йырҙарына сорналып үҫтем. Дөрөҫөрәге, бер яҡта – ҡарта­та­йымдың ҡурай моңо, икенсе яҡта өләсәйемдең таҡмаҡтары, теләк­тә­ре, доғалары ине. Бала сағым бик бәхетле үтте, сөнки мин – өлә­сәйем менән ҡартатайымдың ун бер балаһының иң кесеһе Рәил­дең тәүге балаһы. Ә балаңдың ба­лаһы балдан татлы, тиҙәр түгелме әле? Өләсәйем мине атлап кит­кәнсе бер кемгә лә күрһәтмәгән, ке­ше килеп ҡарайым тиһә, “күҙ тейә” тип һәр саҡ ҡурсалап ҡына то­рор булған. Шулай ел-ямғыр тей­ҙермәй, сит ҡараштан һаҡлағандар, шуға күрә татыу һәм дәртле ғаилә­нең ҡурсалауы, ҡартатайым һәм өләсәйемдең тулы һөйөүе ҡоса­ғында үҫеүем менән үҙемде бик бәхетле һанайым. Бала саҡтан йыр­латып үҫтерҙеләр, өләсәйем таҡмаҡ әйтеп йыш ҡына бейетер ҙә ине. Хатта тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһағаным да иҫемдә: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡурай тураһында шиғырҙы яттан һөйләнем.

“Урал ғына тауҙың, әй, башында урай-урай үҫкән бер ҡурай, шул ҡурайҙы алып тарттыниһәң, ҡайғы-хәсрәт китә бер талай”, – тип әйтеп, ҡартатайыма ҡурай тотторҙом. Залдың гөр килгәне бөгөнгөләй хәтеремдә.

Атайым да – бик оҫта ҡурайсы, башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡара. Әле Ниғәмәт урта мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Ата-әсәйем – йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Минең дә сәнғәтте  яратыуым, ҡумыҙҙа уйнауым дәртле нәҫелдән киләлер.

Башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡарыусыларҙың “Ирәндек моң­дары-2014” йыр бәйгеһендә, Бай­маҡ ҡалаһында Мостай Кәрим ижады буйынса үткән “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”, “Һылыуҡай” конкурстарында ҡатнаштым. Призлы урындар яулауым да бүтән өлкәлә йәшәгәндә ярҙам итмәй ҡалманы.

 

– Себер тарафтарына нисек барып сыҡтың?

– Ысынлап та, яҙмыш елдәре мине алыҫ Себергә алып килде. 2016 йылдан Сорғот ҡалаһында йә­шәйем. Йәш саҡта ҡыҙыҡ бит, ҡай­ҙалыр алыҫта эшләге килә. Сибай педагогия колледжын тамамлап, хеҙмәт юлымды башланым. Буласаҡ ирем Радик менән социаль селтәр аша таныштым. Ул мине “Бәйләнештә”ге сәхифәмдә кү­реп яҙҙы: “Һинең ни тиклем тәр­биәле һәм яҡшы ҡыҙ икәнлегең фотонан уҡ күренә” тигән һүҙҙәре мине уға яуап яҙырға мәжбүр итте. Артабан осрашып, дуҫлашып йө­рөгәндән һуң, өйләнешеп тә ҡуй­ҙыҡ. Әле Әлиә исемле ҡыҙ тәрбиә­ләйбеҙ, ирем “Сорғотнефтегаз” ком­панияһында етәксе вазифала эшләй. Сығышы менән Пермь крайынан. Нефть тармағы хеҙмәт­кәр­ҙәре араһында уҙғарылған “Нефть рыцары” конкурсында йыл һайын ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулай. Ул да минең кеүек йыр-моңға ға­шиҡ, бәләкәй сағында бейеү тү­ңәрәгендә шөғөлләнгән. Фатиры­быҙҙа һәр ваҡыт башҡорт музы­каһы яңғырай. Беҙгә ҡарап, Әлиә ҡыҙыбыҙ ҙа йырларға, бейергә ярата. Ул да минең менән бергә башҡорт йәкшәмбе мәктәбенә ҙур теләк менән йөрөй.

 

– Сорғот ҡалаһында Башҡорт­ос­тандан күптәрҙең йәшәүе ха­ҡында беләбеҙ. Хатта шаяртып “тотош башҡорттар йәшә­гән район, йорттар ҙа бар” тиҙәр. Нисек унда Сорғот башҡорт­тары? Бер-берегеҙ менән арала­шаһы­ғыҙ­мы? Ниндәй саралар үтә? Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине.

– Ысынлап та, шулай (йылмая – автор). Мин үҙем тәүҙә Сорғотҡа килеп төшкәс тә, башҡорт һәм татарҙарҙың күп булыуына, хатта урамда ла башҡортса һөйләш­кән­дәренә аптырай торғайным. Аҙаҡ күнектем. Сорғот ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы ойошмаһы, Халыҡтар дуҫ­лығы йортоноң башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килә. Уның баш белгесе – Динә Бүләкова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ханты-Манси автономиялы округы төбәк ойошмаһының башҡарыусы директоры – Гөлсирә Әбдрә­шито­ва, ә инде Сорғот ҡалаһының милли-мәҙәни автономияһының директоры – Зөлфирә Сырлыбаева. Беҙҙең ҡалала ағинәйҙәр ҡоро ла эшләй. Уны бөтә ғүмерен башҡорт теленә бағышлаған Рәхилә Ғөбәй­ҙул­лина етәкләй. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Зөһрә Мәүлитҡолова иһә өлкән класс балаларын башҡорт теленән уҡыта. Бейеүсе йәштәрҙе “Шатлыҡ” бейеү ансамбле берләш­терә. Бөтә был ойошмалар бер-береһе менән дуҫ, татыу, берҙәм эшләй. Сит тарафтарҙа башҡорт те­лен, мәҙәниәтен, сәнғәтен юғалт­май, йәштәргә, балаларға өйрә­теү­ҙе маҡсат итеп ҡуялар. Йәк­шәмбе мәктәбенә 25 бала ҙур теләк менән йөрөй. Беҙ үткәргән сараларҙа ата-әсәләр, ололар ҙур ихласлыҡ менән ҡатнаша. Балалар менән “Башҡорт булыу модалы”, Башҡорт милли ке­йеме, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, изге рамаҙан айында балалар, өлкәндәр өсөн ифтар мәжлесе үткәрҙек. Гөлфиә Юнысо­ва­ның юбилейына ҡарата “Умырзая” исемле видеобәйгелә, шулай уҡ Космонавтар көнөнә арналған һүрәттәр һәм аппликациялар конкурсында ҡатнаштыҡ. Башҡорт йәш­тәре өсөн ойошторолған “Ау­лаҡ-пати”ла йәштәр ихлас йыйылды, ныҡ оҡшаны. Табында фәҡәт мил­ли ризыҡтар һәм эсемлектәр урын алды. Боронғоса ашъяулыҡ йәйеп ултырҙыҡ. Йырланыҡ, ши­ғыр­ҙар уҡыныҡ, уйындар ойошторҙоҡ.

Тарихи-мәҙәни үҙәктең үҙенең офисы бар, ул бөтә кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Баш­ҡорт әләмдәре, Ҡоролтай флагы, таҫ­тамалдар, думбыра, ҡурай, ҡу­мыҙ, һандыҡ, арҡыры-буй ҡора­ма юрғандар, башҡорт китаптары бик күп. Әйткәндәй, “Аҡбуҙат” журналына ҙур теләк менән яҙылабыҙ, ай һайын килеүен көтөп алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа милли матбуғатҡа яҙылып булмай.

“Аулаҡ-пати” үткәргәндән һуң өл­кәндәр араһында ла ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙы. Улар үҙҙәре өсөн дә “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” тигән байрам үткәреүҙе һорай. Уны көҙ ойоштормаҡсыбыҙ.

Беҙ үҙебеҙ генә саралар үткәр­мәйбеҙ, күрше ҡалаларҙағы баш­ҡорт ойошмалары менән дә тығыҙ бәйләнештә эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Нижневартовск ҡалаһына барып, йәкшәмбе мәктәбендә асыҡ дәрес ҡараныҡ, улар менән бәйләнеш элек-электән бар, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, үҙебеҙ өсөн фәһем алдыҡ. Пландар бик күп, башҡорт мөхитендә тыуып үҫ­кәс, бер-бер артлы идеялар сығып ҡына тора, иң мөһиме – тормошҡа ашырып өлгөр генә. Себерҙә йәшә­гән башҡорт ата-әсәләре лә бик ҡыҙыҡһына, балаларына милли рух, телгә һөйөү биреп өлгөрөргә тырыша. Ҡайһы саҡта тиҙ генә йыйылып, алдағы көндәргә пландар ҡорабыҙ, оҙаҡ таралыша алмай “үҙебеҙсә” рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Халыҡ шул тиклем рухҡа һыуһаған. Рух ул бит мәңгелек, уны яңыртып, өҫтәп тормаһаң, үҙеңә ҡыйын. Миңә лә әллә күпме эш тәҡдим ит­теләр, әммә ошо хеҙмәт кенә кинә­нес бирә, яңынан-яңы идея­ларға дәртләндерә, күңел ҡайнай, йөрәк йышыраҡ тибә башлай. Алла бир­һә, алдағы көндә лә бүтән төбәк­тәр­ҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән бергә эшләрбеҙ, тип уйлайым.

 

– Зөлхизә, тыуған ерҙән ситтә башҡорт булыуы ҡыйынмы?

– Юҡ, әлбиттә. Киреһенсә, тыуған яғыма ҡайтһам, йәш ата-әсәләрҙең үҙ балаларына ғына түгел, ә башҡорт ауылдарында өләсәй-олатайҙарҙың да ейән-ейәнсәрҙәренә телдәрен вата-емерә русса һүҙ ҡушып ултырыуын күреп, хайран ҡалам. Ниңә матур итеп башҡортса аралашмаҫҡа? Бала барыбер рус телен тиҙ өйрәнә, ә бына туған телен бала саҡтан күңеленә һала бармаһаң, бөтөнләй белмәүе лә ихтимал бит. Был тәңгәлдә мин билдәле ғалим, профессор Фирҙәүес Хисамитди­нованың “Балаңдың балаһы нин­дәй телдә һөйләшә, һин шул телгә, халыҡҡа хеҙмәт итәһең” тигән һүҙ­ҙә­рен еткергем килә. Юғары трибу­наларҙан ғына халыҡ, тел тип һөйләргә кәрәкмәй, ә бүтән өлкәлә булһынмы, сит илдә йәшәйһеңме, ябай ғына бер ҡағиҙәне үтәү ҙә етә: ғаиләлә балаң менән бәләкәй саҡтан туған телдә аралашырға кәрәк, ә аҙаҡ, яр һалып, кемделер ғәйепләргә түгел.

 

– Ҙур рәхмәт, Зөлхизә Рәил ҡы­ҙы! Бар хыялдарығыҙ тор­мош­ҡа ашһын, эштәрегеҙ уң булһын!

- Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас