

Махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәргә һәр ауыл ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Быны райондарға эш сәфәре барышында күреп, һәр саҡ һоҡланабыҙ. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылы клубында ла гүзәл заттарҙы изге эш мәлендә тап иттек.
Бында күпселек – республика кимәлендәге конкурстарҙа алдынғы урындар яулаған “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары. Апайҙарҙың иң өлкәне Рәмзиә Хөснөтдиноваға – 79 йәш. Тәүҙә үҙе йөрөй башлаған, аҙаҡ быйыл I класты тамамлаған ейәнсәре Азалия ла һалдаттарға ярҙам итергә теләк белдергән.
– Тәүҙә боронғо йола – юрған һырыуҙы тергеҙеү маҡсатында эш ойоштороп ебәргәйнек. Шунан Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды ярҙамында грант оттоҡ. Бүленгән аҡсаға теген машиналары, йыһаз, башҡа кәрәк-яраҡ алдыҡ. Былтыр цехты асып ебәрҙек. Илебеҙҙәге ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотоп, былтыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә һарыҡ йөнөнән жилеттар тегеүгә күстек. Материал менән район хакимиәте лә ярҙам итте. Һалдаттарыбыҙ өшөмәһен, иҫән-һау еңеп ҡайтһын, тигән изге теләктәр менән эшләйбеҙ. Жилеттарҙың тәүге партияһын былтыр көҙ оҙаттыҡ, – тип һөйләне ауыл клубы мөдире Гөлсәхрә Насирова.
Йыш ҡына кис ултырып ошо эште башҡара улар. Кемдер йөн иләй, икенсеһе тегә, өсөнсөһө төймәләрен беркетә. Эсенә кеҫә тегеп, унда һалдаттарҙы һаҡлау өсөн доға һәм балаларҙың хаттарын да һалып ебәрәләр икән. Кис ултырғанда йырҙар ҙа йырлап, күңелдәрен баҫа ауыл уңғандары. Зәминә Вәхитова, Рәмзиә Хөснөтдинова, Фәриҙә Хисамова. Зилә Мусҡаева, Вера Насирова, Лилиә Хәсәнова, Рима Туҡаева, Резеда Вәлитова һәм башҡалар изге эшкә берҙәм көс һала.
Күмәк эшкә ҡушылыусылар байтаҡ. Хатта ир-егеттәр ҙә булышлыҡ итә. Үкенескә ҡаршы, барыһы менән дә күрешә алманыҡ. Иң һөйөндөргәне оло апайҙар янында балаларҙы ла күреү ине. Мәктәп уҡыусылары Азалия Мөхәррәмова, Алһыу Насирова ихлас ярҙам итеүҙәре, ололарҙан тегеү, һарыҡ йөнөн эшкәртеү кеүек эштәргә өйрәнеүҙәре тураһында һөйләне.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Стәрлетамаҡ районы.