

Һуңғы бер йылдан ашыу ваҡыт эсендә, йәғни махсус хәрби операция башланыу менән, Башҡортостан халҡы үҙенең берҙәмлеген күрһәтте. Ир-ат, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, ил һағына баҫты, бында ҡалғандар, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар, яугирҙәрҙең тормошон еңеләйтеү өҫтөндә эш башланы.
Әлеге ваҡытта республиканың бер генә районында ла, бер ауыл биләмәһендә лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итмәгән ойошма ҡалмағандыр. Иглин районы халҡы ла Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ирекмәндәр штабтарына берләште һәм әүҙем эш башланы. Бөгөн шуларҙың береһе – Ҡалтыман ауыл биләмәһенеке менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Штаб Алаторка ауылында урынлашҡан. Беҙҙе унда Ҡалтыман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Флорида Мосейчук һәм бер нисә әүҙем апай ҡаршы алды. Эйе, ирекмәндәр бында кис, эш бөткәс, етеләр тирәһендә йыйыла. Тик барыбер ваҡыты булғанда көндөҙ ҙә йүгереп килеп китеүселәр бар икән.
– Беҙҙең биләмә ҙур ғына, уға 12 ауыл ҡарай. Ирекмәндәр штабын ҡыш ойошторҙоҡ. Эште ғинуарҙа башлағайныҡ, февралдә штабҡа әйләнде. Ә былай, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән берләштек һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итә башланыҡ. Башта эш халыҡтан гуманитар ярҙам йыйыуға ҡайтып ҡалды. Инәй-апайҙар ойоҡбаштар, йыуынырға йыуғыстар бәйләп килтерә башланы. Яңы йылдан һуң бер яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн үҙенең “УАЗ” машинаһын бирергә булды. Халыҡ уны ремонтларға ҡарар итте. Ә машина әҙер булғас, уны буш килеш ебәрмәҫ өсөн аҡса йыя башланыҡ, – ти ул.
Эйе, халыҡ, дәррәү рәүештә аҡса йыйып, машинаны ремонтлай ҙа унда кәрәк-яраҡ тултырып ебәрә. Ойоҡ-кейемдән башлап, мейес, феләктәргә тиклем һала улар. Флорида Мосейчук әйтеүенсә, был ауыл биләмәһе халҡының берләшеп башҡарған тәүге ҙур эше була.
Шунан инде халыҡ дәртләнеп китә. Инициативалы ҡыҙҙар йыйылып һәм штабҡа тупланып, уны Алаторкала асалар. Ирекмәндәр интернет селтәрен әүҙем өйрәнә башлай: алғы һыҙыҡта йөрөгән хәрбиҙәргә тәүге сиратта нимәләр кәрәк һәм уларҙы нисек үҙ ҡулың менән эшләргә? Тәүҙә окоп шәмдәрен яһап ҡарарға булалар. Өйрәнәләр, белешәләр һәм барыһы ла уңышлы килеп сыға. Бында ла халыҡтың ярамы кәрәк була: консерва һауыттары, балауыҙ йыйыу башлана. Ҡалай һауыттар йыйыуҙа М-5 трассаһы буйында урынлашҡан кафе-магазиндар ярҙамға килә. Шулай уҡ был эшкә мәктәптәр, балалар баҡсалары ҡушыла. Һөҙөмтәлә 1500-ҙән ашыу окоп шәме әҙерләнә.
– Аҡсаны беҙҙең ауылдар ғына түгел, райондың башҡа биләмәләре, хатта күрше райондарҙан да йыйыштылар. Балауыҙҙы райондың умартасылары бирҙе. Беҙ шәм эшләү технологияһын өйрәндек, бында парафин ғына етмәй, уға балауыҙ ҙа ҡушырға кәрәк. Артабан маскировка селтәрҙәре үрергә өйрәндек. Был эштә беҙ республикала тәүгеләрҙең береһе инек, әле барыһы ла үрә уларҙы, беҙҙән килеп өйрәнгәндәр ҙә булды. Ялға ҡайтҡан егеттәргә үргән селтәрҙәрҙе биреп ебәрә торабыҙ, – ти хакимиәт башлығы.
Улар был эштәргә үҙҙәренең ауылдарынан киткән яугирҙәргә ярҙам тип тотонһа ла, районға ла, аҙаҡ республикаға ла өлөш сығара башлаған. Күп кенә әйберҙәрҙе республиканың Шайморатов штабына тапшырып торалар.
Йылыта башлағас, ҡыҙҙар яңы идея менән яна башлай – ҡоро душ. Махсус хәрби операция шарттарында егеттәр һәр ваҡыт йыуына алмағаны аңлашыла, шуға күрә улар өсөн был уңайһыҙлыҡтан сығыу юлын эҙләп табалар. Туҡыма салфетканы махсус иретмәгә һалып һеңдерәләр, шунан киптереп, зип-пакеттарға тултыралар. Аҙаҡ ҙур ғына аҡ таҫтамал алып, ҙурыраҡ пакетҡа һалалар, шунда уҡ уларҙы ҡулланыу инструкцияһын да әҙерләйҙәр. Баҡһаң, бәләкәй туҡыманы аҙ ғына һыуҙа еүешләп ышҡынырға һәм ҙурырағы менән ҡоронорға була икән. Егеттәр уны бик уңайлы тип әйткән һәм тағы эшләп ебәреүҙе һораған. Штаб ҡыҙҙары ике меңдән ашыу дана әҙерләп ебәргән дә инде.
– Материалды һәм кәрәк-яраҡты халыҡ йыйған аҡсаға алабыҙ. Штабта әүҙем генә эшләгән алты-ете кеше булһа, кис һайын буш ваҡыты булған 30-40 кеше килә. Ғәҙәттә, ете-ун кеше селтәр үрә, бер-икәү ҡоро душ, бер нисәһе шәмдәр әҙерләй һәм башҡалар. Беҙҙең ирекмәндәр араһында 12 йәшлек балаларҙан алып 80-90 йәшлек инәйҙәргә тиклем бар. Махсус чаттар, төркөмдәр булдырғанбыҙ, кеше кәрәк булһа, шунда яҙып саҡырабыҙ. Һәр кем ярҙам итергә тырыша, баш тартмай, тыңлап киләләр, шуға яҡташтарыма бик рәхмәтлемен, – ти Флорида Мосейчук.
Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, алыҫ ауылда йәшәгәндәр, өлкәнерәк инәйҙәр өйҙәренән ярҙам итә. Улар ойоҡбаш, йыуғыстар бәйләй. Мәҫәлән, бер апай ҡыҙы менән икәүләп 300 пар ойоҡбаш әҙерләгән! Уны ябай ғына итеп түгел, ә төрлө төҫтәр ҡушып бәйләгәндәр, бар күңелен һалғандары күренеп тора. Әйткәндәй, иглиндәр нимә эшләһә лә, уға күңел йылыһы ҡушырға, һалдаттарға теләктәшлеген күрһәтергә тырыша. Мәҫәлән, ойоҡбаштар һәм башҡа посылкалар эсенә доғалар, кәнфиттәр, балаларҙың хаттарын һәм һүрәттәрен һалып ебәрәләр.
Ҡалтымандарҙың идеялары былар менән генә сикләнмәй. Улар итектәрҙе киптергес тә, төрлө майҙар ҙа эшләргә өйрәнгән.
– Ул яҡтағы климат беҙҙекенә тура килмәй бит. Егеттәребеҙҙең аяҡтары, тәне боҙола башлаған. 20 йыл элек үҙемдең улым армияла хеҙмәт иткән саҡтағы бер рецепт иҫкә төштө. Уның да аяғы боҙолғас, кешеләр өйрәтеүе буйынса май әҙерләп ебәргәйнем. Әле шуны иҫкә төшөрҙөк. Беҙ әҙерләгән май (мазь) составына тәбиғи үҫемлек майы, балауыҙ, прополис, йомортҡа һарыһы һәм башҡа тәбиғи компоненттар инә. Уны бешерәбеҙ ҙә, бәләкәй генә быяла йәки пластик һауыттарға һалып ебәрәбеҙ, егеттәр “бик файҙалы” ти, – тип һөйләне ул.
Был штабта булып, кешеләр менән аралашыу күңелдә йылы тойғолар ҡалдырҙы. Бер кем дә уртаҡ эште ауырһынып ҡабул итмәй, киреһенсә, үҙенең бурысы тип иҫәпләй һәм ихлас ярҙам итә. Ҡайһы берәүҙәр балалары менән дә килә. Бөтәһенең дә маҡсаты бер – тиҙерәк еңеү яулар өсөн алғы һыҙыҡтағы ил һаҡсыларына ярҙам итеү, яугирҙәрҙең хеҙмәтен еңеләйтеү. Уларға ҡарата афариндан башҡа һүҙебеҙ юҡ.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА