

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән һалдаттарҙың яҡындары өсөн бөгөнгө осор – сабырлыҡҡа һынау мәле. Иртән торһалар ҙа, кис ятһалар ҙа уларҙың күңелендә бер теләк – ғәзиздәре имен генә тыуған яҡтарына ҡайтһын, донъялар тынысланһын.
Илгә ауырлыҡ килгәндә иңен ҡуя белгән ир-егеттәребеҙ – Ватанының, халҡының ғорурлығы, таянысы. Миәкә районының Боғҙан ауылынан Әнфисә менән Рәфис Латиповтар ошондай ҡуш йөрәкле ул үҫтергән.
– Бала сағында тыныс ҡына ине улыбыҙ. Әйткән һүҙендә тора белеүе, ныҡышмал булыуы, маҡсатына өлгәшмәйенсә туҡталмауы – бәләкәйҙән уға хас сифат. Мәктәптән һуң водитель һөнәренә уҡып сыҡты. Аҙаҡ ике йыл Санкт-Петербург ҡалаһында армияла булды, – тип һөйләне атай менән әсәй.
Армия егеттәрҙе үҙгәртә, тәртипкә, үҙаллылыҡҡа өйрәтә, тиҙәр. Латиповтарҙың улдары ла ошо ике йыл эсендә хәрби хеҙмәт тап уныҡы икәнлеген аңлай һәм, армиянан ҡайтып, бер аҙ ваҡыт үткәс, 2006 йылда контракт буйынса хеҙмәткә юллана. Әсәй кеше уның был ҡарарына тәүҙә икеләнеү белдерһә лә, атаһының “Үҙең хәл иткәнһең икән, ниәтеңде хуплайым” тигән һүҙҙәре егеттең ҡарарын нығыта. Ошо йылдарҙа ныҡлы хәрби тәжрибә туплай ул.
Ә уҙған йылдың февраленән яугирҙең хеҙмәте махсус хәрби операция биләмәһендә дауам итә.
Миәкә районы егете күрһәткән батырлығы өсөн тиҙҙән “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән бүләкләнә. Был награда яугирҙең батырлығын ғына данлап ҡалмай, ҡурҡыу белмәгән ул үҫтергән атай менән әсәй өсөн дә ҙур баһа.
– Әлбиттә, улыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Кеше араһында ла уның тураһында йылы һүҙҙәр ишетеү күңелгә рәхәт. Үҙебеҙгә ҡарата ла иғтибар тоябыҙ. Ауыл, район хакимиәте байрамдар менән ҡотлай. Хеҙмәт иткән урынынан да Рәхмәт хаты алдыҡ. Намыҫлы, өлгөлө хеҙмәте өсөн яҙылған рәхмәт һүҙҙәрен уҡып, күңел үҫә. Иң мөһиме –улыбыҙ иҫән-имен йөрөһөн, тиҙерәк тыуған яғыбыҙға еңеү менән ҡайтһын, – ти Латиповтар.
Илебеҙгә ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, ата-бабаларыбыҙ һынатмаған. Быны әлеге ғаилә нәҫеле өлгөһөндә лә әйтергә мөмкин.
– Атайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашты. Сапер-инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Ҡаты яраланып, һуғыш инвалиды булып ҡайтты. “Ватан һуғышы” ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Улымдың орден менән бүләкләнеүен атайым да күргән булһа, ейәне менән ғорурланыр ине, – ти Әнфисә апай.
Рәфис Рәшит улының атаһы һуғыш йылдарында тылда хеҙмәт иткән. Шуға ла был нәҫелдә илһөйәрлек тойғоһо көслө. Ватан алдындағы изге бурысты үтәүгә яуаплы ҡарайҙар. Рәфис ағай үҙе лә хәрби хеҙмәт юлын үткән. Уға армияға барырға ваҡыт еткәс, оҙаҡ ваҡыт саҡырыу алмағанға күрә, түҙмәй үҙе һорап хәрби комиссариатҡа бара. Егеттең хыялы тормошҡа аша, ул Төркмәнстанда Һауа көстәре ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт итә.
Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙең ата-әсәһенең, ҡатынының, балаларының рухи терәк була белеүе – уның өсөн иң ҙур таяныс.
– Йөрәк урынында түгел инде. Көтөүҙәре иһә – үҙе бер һынау. Килен менән дә бер-беребеҙҙе тынысландырып, терәк булып йәшәйбеҙ. Улым хеҙмәт иткән ергә адреслы гуманитар ярҙам да ебәреп торабыҙ. Бер нисә көн элек кенә ике еңел машина әйбер оҙаттыҡ. Был изге сараға байтаҡ ауылдаштарыбыҙ ҡушылды. Кейем-һалым, кәрәк-яраҡ, бауырһаҡ, һалма кеүек өй күстәнәстәре лә һалабыҙ. Күңел йылыбыҙ менән яугирҙәргә терәк булырға тырышабыҙ, – тип һөйләне әсәй кеше.
Яугирҙәр яуаплы бурыс үтәй. Уларҙы түҙемһеҙләнеп көткән атай -әсәйҙәре, ҡатындары, балалары, яҡындары хаҡына һәр береһенә тыуған ерҙәренә иҫән-имен аяҡ баҫырға яҙһын.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Миәкә районы.

