Йәмғиәт
30 Июнь 2023, 10:26

Ҡыҙҙар килде ултырмаға...

Боронғо йолалар хаҡында онотмайҙар.

Благовар районының Яңыш ауылында йәшәүселәр Әнисә менән Флид Имаевтарҙың ҡунаҡсыл йортона йыйылды. Унда уңған хужабикә ата-бабаларыбыҙҙың “Кис ултырыу” йолаһын ойошторҙо.

Халҡыбыҙ  үҙенең милли йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән уникаль. Боронғо замандарҙан алып ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар, кисен бер йортҡа йыйылып, ҡул эштәре менән шөғөл­ләнгән: ҡыҙҙар үҙҙәренә бирнәгә һөлгөләр, ашъяу­лыҡ­тар, пәрҙәләр һәм һөй­гәндәренә ҡулъяу­лыҡтар сиккән, ә өлкәнерәк ҡатын­дар шәлдәр, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләгән. Милли сарала ла ошо кү­ренештәр сағылдырылды. Шунда уҡ төрлө уйындар ҙа ойошторолдо, сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.   

Кис ултырырға төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар килде, улар араһында бөгөн Ук­раинала барған махсус хәрби операцияла ил мән­фәғәттәрен яҡлаған яҡташ­тарыбыҙҙың әсәйҙәре лә бар ине. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән, ул йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын әле лә онотмаған хөрмәтле ағинәйҙәр ҙә ҡунаҡҡа килгәйне.

Әнисә Әғләм ҡыҙы әй­теүенсә, улар алдан уҡ яҡташтарына сараның маҡсаты мобилизация­ланғандарға йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр бәйләү булыуын хәбәр иткән. Шуға бер кемде лә өгөтләргә тура килмәгән, барыһы ла үҙҙәре теләп килгән. Күптәр өйҙән бер нисә пар ойоҡ­баш килтергән; был кистә бәйләп өлгөрмәгәндәр баш­ҡа көндә килтерәсәк һәм  адресаттарға ебәрәсәк. Әйткәндәй, яңыштар көҙ районда беренселәрҙән булып урындағы мәсеттә яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштор­ғайны. Еңеү яулап тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләп яҙыл­ған изге доғалар менән һуғарылған ярҙам яҡташта­рына барып еткән.

Мобилизацияланыусыларҙың әсәләре Рида Хәми­ҙуллина, Фәнзилә Бикмә­ева, Резеда Зиннурова улда­рының Ватанды ба­тыр­ҙарса яҡлауы, һағыныу­ҙары һәм ауылдаштарына сәләм юллауҙары хаҡында һөйләне. Ә тыуған ауылдарында, билдәле, егет­тәрҙең барыһының да иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтәләр. Бына был юлы ла улар бергәләп  беҙҙең яугирҙәр­ҙең сәләмәтлеге хаҡына доға ҡылды.

Сараны дауам итеп, Әнисә Әғләм ҡыҙы илһө­йәр­лек рухында яҙылған шиғырҙарын уҡыны. Күңел­ле йырҙар, шаян таҡмаҡтар һәм бейеүҙәр ҙә булды кисәлә. Алтын ҡуллы хужа­бикәләр бында ла кемдең нимәгә һәләтле булыуын күрһәтте. Ә музыкаль сығыш һәр кемгә кәйеф күтәренкелеге бүләк итә, көндәлек эш-мәшәҡәттәрен бер аҙға ғына булһа ла оноттора шул.

Һуғыш осоро балалары Хәлиҙә Хәкимова, Лена Вәлиева, Нәсимә Имаева ауыр бала саҡ йылдары һәм һуғыштан һуңғы осор тураһындағы иҫтәлектәрен уртаҡлашты. Мәҫәлән, атаһы һуғышҡа киткәндә Нәсимә Рәхимгәрәй ҡыҙы тыуып та өлгөрмәгән.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға атаһын күреү бәхете теймәй, ғаилә башлығы һуғыш ҡырында батырҙар­са һәләк булған. Әсәһе уны яңғыҙы үҫтерә, ниндәй генә ауыр хәлдәр теркәлмәһен, ҡыҙына юғары белем бирә. Нәсимә Рәхимгәрәй ҡыҙы ғүмере буйы ауыл мәктә­бендә уҡытыусы булып эшләй. 

Хәлиҙә Мансур ҡыҙы Хәкимованың атаһы хәрби була, уны һуғыштың беренсе көндәренән үк фронт­ҡа алалар. Шунан һуң улар һеңлеһе һәм әсәһе менән Яңышҡа әйләнеп ҡайта. Әсәләре ғәзиздәренә лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреү өсөн бөтә көсөн һала. Хәлиҙә апай урта махсус белем ала, һеңлеһе Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы республикабыҙҙың баш ҡалаһы дауаханаларының береһендә табип булып эшләй.

Лена Вәлиеваның ғаилә­һе һуғышҡа тиклем Мәс­кәүҙә йәшәгән. Атаһы фронтҡа ебәрелгәс, улар ҙа Яңышта төпләнә. Әсәһе ауыр һуғыш йылдарында  биш баланы имен-аман үҫтерә ала,  был хәлде хатта ысын батырлыҡҡа тиң­ләргә мөмкин. Вәлиевтәр бәхетле – атайҙары  фронттан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 

Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­нашыусылар – ауылдың ғорурлығы. Улар Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәгән һәм исемдәрен мәңгегә Яңыш, тыуған район, республика, ил тарихына яҙған.

Сал сәсле әбейҙәр бил­дәләүенсә, уларҙың атай-әсәйҙәре беҙҙең бө­гөнгө етеш тормошобоҙ тура­һын­да хыяллана ла алмаған. Һәм бөгөн яңыш­тар, тотош илдә йәшәүселәр кеүек үк, тик бер нәмә – бар ерҙә тыныслыҡ булыуын теләй. 

Сарала ҡатнашыусылар тыуған ауылдары тарихын да иҫкә төшөрҙө. Яңыштың бик боронғо башҡорт ауылы булыуын ҡайһы берәү­ҙәр белмәй. Ә уның тарихы ошолай: Яңыш исемле бер егет ау ваҡытында был яҡтарға килеп сыға һәм уның матурлығына, иркен көтөүлектәренә таң ҡала. Атаһының рөхсәте менән ул туғандары менән бында төпләнә.

1432 – 1434 йылдарҙа бында Әстрхан батша­лығынан татарҙар күсеп килә. Шулай итеп, ауылда башҡорттар, татарҙар, сыуаштар татыу ғаилә булып йәшәй. Башҡорт, Күсән урамдары (“күскән” һүҙе­нән) бар. Ауыл халҡы берҙәмлеге һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырыла. Яңыштарҙың килә­сәге яҡты һәм өмөтлө.

- Айһылыу ХӘСӘНОВА
Благовар районы

Читайте нас