

Башҡорт эстрадаһының танылған йырсылары Нәсимә менән Азамат Тимеровтарҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ – улар өләсәй һәм ҡартатай булған!
"Төнө буйы йоҡлай алманым. Һәм һөйгәнемдән көтөлгән шылтыратыу... Статусым яңырҙы, хәҙер мин АТАЙ! Земфира, матурым, улыбыҙ өсөн ҙур рәхмәт!" - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты социаль селтәрҙә уларҙың өлкән улдары Урал Тимеров.
Тимеровтар ғаиләһенең ҙур шатлығын уртаҡлашабыҙ. Бәләкәскә – сәләмәтлек, ҙур кеше булып үҫеүен, бәхетле атай-әсәйгә һәм өләсәй-ҡартатайға иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Фото: У. Тимеровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.