Йәмғиәт
2 Июль 2023, 11:10

Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе

1 июлдә Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында йолаға әүерелгән «Дуно марзанъёс» төбәк-ара удмурт фольклор коллективтары фестивале үтте.

Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙеСағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе

1 июлдә Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында йолаға әүерелгән «Дуно марзанъёс» төбәк-ара удмурт фольклор коллективтары фестивале үтте.

Ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған фестивалдә Башҡортостан Республикаһының Тәтешле, Йәрмәкәй, Яңауыл, Ҡалтасы райондарының удмурт йәмәғәтселеге, шулай уҡ Удмурт Республикаһы, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Мари-Эл Республикаһы, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Фольклор коллективтары конкурсынан тыш, фестиваль барышында «Пичи усточи» («Йәш йондоҙҙар»), «Жужа кизилиос» («Кизилиос») һәм «Данъяськымон удмурт ғаиләһе» («Өлгөлө удмурт ғаиләһе») балалар фольклор коллективтары араһында конкурстар уҙҙы. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән 300-ҙән ашыу конкурсант фольклор, вокаль һәм ғаилә ижадында көс һынашты.

Милли һәм һөнәрселәр урамы байрамдың сағыу биҙәге булды. Милли урамдың һәр ихатаһы үҙенең үҙенсәлеге менән айырылып тора, халыҡтың тарихын һәм көнкүрешен сағылдыра ине. Һөнәрселәр урамында иһә боронғо һәм хәҙерге заман рухы ҡушылған.

Сарала Тәтешле районы оҫталары, Пермь крайы ҡунаҡтары ла үҙ тауарҙарын тәҡдим итте. Милли кейем элементтары, ағастан һәм туҙҙан эшләнгән әйберҙәр, балаҫ һуғыу келәмдәре, сигелгән мендәрҙәр, аксессуарҙар һәм башҡалар барыһына ла бик оҡшаны. Ҡунаҡтарҙы һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы айырыуса билдәле рәссам, иллюстратор, Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы, Тәтешле районында тыуып үҫкән Миңсадыҡ Ғариповтың картиналар күргәҙмәһе йәлеп итте.

Фестивалдә ҡатнашыусылар, ололар, балалар өсөн шулай уҡ милли һәм спорт уйындары әҙерләнгәйне, «Удмурт батыръёс» конкурсы ла үтте, иң көслө, ҡыйыу һәм етеҙ батырҙар асыҡланды.

Ғөмүмән, «Дуно марзанъёс» («Драгоценные россыпи») төбәк-ара удмурт фольклор коллективтары фестивале ғәҙәттән тыш сағыу һәм тамашалы булды. Тәтешле районының Вязовка ауылы халыҡ удмурт фольклор коллективы Гран-при яуланы. Байрам аҙағында ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең сығыштары менән Удмурт эстрадаһы йондоҙҙары - Удмурт Республикаһы А.А. Ушаков исемендәге «Шулдыр жыт» эстрада ансамбле ҡыуандырҙы.

Фотолар Тәтешле районы хакимиәтенең сайтынан.

Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Сағыу байрам милләттәштәрҙе берләштерҙе
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас