Йәмғиәт
2 Июль 2023, 12:00

Зәйнетдин бик шәп яңылығын хәбәр итте!

Ҡотлайбыҙ!

Зәйнетдин бик шәп яңылығын хәбәр итте!Зәйнетдин бик шәп яңылығын хәбәр итте!
Зәйнетдин бик шәп яңылығын хәбәр итте!

Күптәрҙең яратҡан артисы Зәйнетдиндең һөйгәне Регинаға өйләнгәне билдәле ине.

Әле иһә йәштәр бик матур яңылыҡ тураһында иғлан итте. Баҡһаң, улар бәпес көтә икән.

Артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән күренеүенсә, Регинаның эсе ярайһы уҡ ҙурайған. Улар был хәбәрҙе ошоға тиклем сер итеп тотҡан. Үҙҙәре иһә ғинуарҙа Дубайҙа ял иткәндә белеп ҡалған. Ҡатыны үҙенең ауырлы икәнен хәбәр иткәс, Зәйнетдин шатлығынан илап ебәргән хатта. Бәпес көҙгә тыуыр тип күҙаллана.

Йәштәргә сабыйҙарын иҫән-һау ҡулдарына алыуын һәм ике пар күҙ араһында үҫтереүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас