Йәмғиәт
3 Июль 2023, 11:15

Осрашыу һөҙөмтәле булмаҡсы

“Аҡыллы ҡала” халыҡ-ара форумына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Осрашыу һөҙөмтәле  булмаҡсыОсрашыу һөҙөмтәле  булмаҡсы
Осрашыу һөҙөмтәле булмаҡсы

26-28 июлдә Өфөлә “Аҡыллы ҡала” проектының ҙур ваҡиғаһы үтәсәк.Ҡалаларҙың үҫеш һәм һанлы трансформация форумының маҡсаты - эшҡыуарлыҡтың төп дәүләт көйләүселәре һәм заказсылары менән туранан-тура диалог аша төп бурыстарҙы билдәләү.

 Форумдың эшлекле программаһында ҡатнашыу өсөн 50-нән ашыу ил саҡырыу алды.Ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән саралар ҡатнашыусыларға яңы белем алырға,алдынғы Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттар менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирәсәк. Форум сиктәрендә яһалма интеллект һәм пилотһыҙ осоу системалары үҫеше мәсьәләләре буйынса эшселәр төркөмө ултырыштары үтәсәк.  Форумдың ойоштороусылары ҡатнашыуға 700-ҙән ашыу ғариза ҡабул иткән. Эшлекле программала стратегик сессиялар һәм дискуссиялар планлаштырылған.

 Фото: Башҡоротстан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас