

“Баш ҡалала бер бүлмәле фатирым бар. Уны ҡуртымға бирергә уйлайым, тик бына шикләнәм...
Сәлимә МУЛЛАБАЕВА”.
– Фатирҙы ҡуртымға биргәндә һаҡ булыу ҡамасауламаҫ. Күп осраҡта килешеү төҙөлөп, паспорттың күсермәләре менән алмашалар. Ә һуңғыһын ҡалдырыу хәүефле, сөнки уның буйынса ялған паспорт эшләүҙәре ихтимал. Рәсәйҙә күсемһеҙ милекте ҡуртымға алыусылар тарафынан әллә күпме иҡтисади енәйәт ҡылына. Әйткәндәй, илебеҙҙең ҙур ҡалаларында нотариустар асыҡлаған ялған ышаныс ҡағыҙҙары был документтарҙың 55-тән 65 процентҡа тиклемен тәшкил итә икән.
Торлаҡҡа ҡағылышлы документтарҙың төп нөсхәләрен һәм шулай уҡ күсермәләрен кемгәлер бирергә ярамай икәнлеген дә хәтерҙән сығармағыҙ. Тағы күсемһеҙ милекте ҡуртымға биргәндә, “Росреестр”ға үҙегеҙҙең фатирығыҙҙы йәки йортоғоҙҙо һеҙҙән тыш теркәтеүҙе тыйыу тураһында ғариза яҙыу ҡамасауламаҫ. Күсемһеҙ милек менән уйлап эш итегеҙ, документтар менән һаҡ булығыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА