Йәмғиәт
4 Июль 2023, 02:00

Александр Лизогуб был машинаны яугирҙәр өсөн эшләгән

Уға битараф булмаған кешеләр ярҙам иткән

Александр Лизогуб был машинаны яугирҙәр өсөн эшләгәнАлександр Лизогуб был машинаны яугирҙәр өсөн эшләгән
Александр Лизогуб был машинаны яугирҙәр өсөн эшләгән

Шишмә районында йәшәүсе Александр Лизогуб интернетта яугирҙәрҙең дошман танктарын юҡ итеүе һәм тиҙ арала ҡулдан эшләнгән внедорожникеа ултырып китеүе тураһында видеояҙма ҡарағандан һуң автомобиль йыйырға ҡарар иткән.

Александр Лизогуб тәүҙә социаль селтәрҙәрҙә аҡса йыйыу өсөн иҫәп аса һәм үҙенең сәхифәһенә яҙылған кешеләр менән эш барышы тураһында уртаҡлаша.

Мәскәү өлкәһенә барып, машиаһының һөлдәһен алып ҡайтҡан – ул 110 мең һумға төшкән. Битараф булмаған кешеләр оҫтаға металл табаҡтар, торбалар һәм кәрәкле запас частар алып килгән.

Багги-кросс башлыса үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең автомобилдәренең өлөштәренән тора: “Нива”ның – тәгәрмәсе; “ВАЗ-2114” автомобиленең двигателе, хәрәкәт итеү өлөшө, руль идаралығы.

“Алғы быяла урынына дүт миллиметр ҡалынлыҡтағы тимер табаҡ иретеп йәбештерҙем, водитель өсөн тәҙрә-рәшәткә ҡырҡтым. Ҡулдан эшләнгән әйберҙең ауырлығы 500 килограмм самаһы. Бер аҙ урынана еткерергә, көсәйтергә һәм юлға сығырға мөмкин”, – тип уртаҡлашҡан Александр Лизогуб.

Әйткәндәй, был автомобилде Александр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн эшләгән.

Фото: Телеграмм

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас