

“1998 йылға тиклем төҙөлгән өй урынлашҡан ерҙе хосусилаштырып була, тип ишеткәйнем...
З. НӘБИЕВ”.
– Башҡортостанда йәшәүселәр өйө урынлашҡан ерҙе шәхси милкенә бушлай алыу хоҡуғына эйә. Бындай закон Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителде.
Хосусилаштырыуға 1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән өй урынлашҡан ер майҙаны тәҡдим ителә. Был хоҡуҡ иһә түбәндәге документтар менән раҫлана:
* Йортта 1998 йылдың 14 майына тиклем даими йәшәүҙе йәки торлаҡты ошо ваҡытҡа тиклем төҙөүҙе раҫлаған дәлилдәр;
* 1998 йылдың 14 майына тиклем торлаҡ йорт төҙөүгә йәки уны файҙаланыуға рөхсәт документының алыныуы.
Ер биләмәһен хосусилаштырыу хоҡуғынан 2031 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
Белгестәрҙең хәбәр итеүенсә, был осраҡта милек өсөн һалым түләү ҡаҙнаны тулыландырыуға булышлыҡ итә, милексегә айырым осраҡтарҙа үҙ милкен раҫлау өсөн аныҡ дәлилдәр була.
178-се Федераль законға ярашлы, Рәсәйҙең һәр гражданы муниципаль йәки дәүләт милкенә ҡараған бер генә объектты хосусилаштырыу хоҡуғына эйә.
Айһылыу НИЗАМОВА