

Балтас районының Фрунзе исемендәге яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостандың ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фидарис Ғариповтың беҙҙе ошондай һүҙҙәр менән ҡаршылауы албырғатып ҡалды. Йыш ҡына “ауылдың киләсәге юҡ, ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү файҙа килтермәй” тигән фекер ишеткәс, Фидарис Әлзәм улының ҡарашы ҡыуандырҙы.
– Ауылдың киләсәге ҙур, хужалыҡтар йәшәйәсәк. Быныһына иманым камил. Беҙҙә халыҡ тырыш, эшләргә әҙер, – тип яҡташтарын маҡтап телгә алды хужа.
Фидарис Әлзәм улы ҡырҡ йылға яҡын ауыл хужалығы тармағында эшләй. Хеҙмәт юлын “Танып” колхозында зоотехник булып башлай. 1985 йылдан ошо хужалыҡтың алыштырғыһыҙ етәксеһе.
– Сәсеү майҙаны йәмғеһе 4 мең гектар тәшкил итә. Ужым культураларына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Арыш – 900 гектарҙа, иген – 700, вика – 850, һоло – 400, бер йыллыҡ үләндәр 800 гектар майҙанда сәселде. Барлыҡ эш үҙебеҙҙең техника ярҙамында атҡарыла. Механизаторҙар Рәдис Сухияров, Илдар Асҡаров, Ғәйетхан Шәйнуров, Флорис Әхийәров, Фиғәт Әхмәтйәнов, Рәдис Зыяетдиновтар хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләй һәм бурыстарын еренә еткереп атҡара. Баҫыуҙа иң ҡыҙыу мәлдә райондың ауыл хужалығы техникумы курсанттарын саҡырып алабыҙ. Улар ҙа бик тырышып ярҙам итә, өлкән хеҙмәттәштәренән күпте өйрәнеп ҡалырға тырыша, – тип һөйләй Фидарис Әлзәм улы.
Хужалыҡ етәксеһе билдәләүенсә, ул эш башлаған йылдар менән сағыштырғанда, хәҙер ауыл хужалығы тармағында эшләү күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк. Көслө тракторҙар элеккеләренән байтаҡҡа ҡеүәтлерәк. Сәсеү комплекстары ла ышаныслы. Боғҙан һәм Иҫке Тимкә ауылдары биләмәһендә урынлашҡан хужалыҡта бөгөн 42 кеше эшләй. Сәсеү һәм уңыш йыйыу ваҡытында һандар бер аҙ артып китеүе ихтимал.
Хужалыҡта мең башҡа яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы тоталар. Шуларҙың 400-ө – һауын һыйыр. Һөттө Бөрө һөт заводына тапшыралар. Малсылыҡ хужалығы булып теркәлгән ойошманың заман һынауҙарын лайыҡлы үтәсәгенә шик юҡ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА