Йәмғиәт
4 Июль 2023, 14:00

Ике ҡатлы йорт яна!

Баш ҡалалағы ғәҙәттән тыш ваҡиға хаҡында түбәндәге хәбәр мәғлүм булды...

Ике ҡатлы йорт яна!Ике ҡатлы йорт яна!
Ике ҡатлы йорт яна!

Башҡортостандың  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, Өфө ҡалаһы, Ленин районы, Әхмәтов урамы, 291-се йорт адресы буйынса әлеге ваҡытта 30х20 метр ҙурлыҡта ике ҡатлы йорттоң ҡыйығы яна.

Унда йәшәүселәр юҡ, кешеләр күсерелгән булған. Янғын урынында  Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  14 хеҙмәткәре, 5 берәмек техника эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе белгестәр тарафынан асыҡланасаҡ.

Мәғлүмәт  - оператив, бар үҙенсәлектәре аныҡлана.

Көндәр эҫе тора, хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ!

R.S. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 18.45  сәғәттә  600 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ. 

Фото һәм видео социаль селтәрҙән:bashkiria_ru, Башҡортостандың  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Ике ҡатлы йорт яна!
Ике ҡатлы йорт яна!
Ике ҡатлы йорт яна!
Ике ҡатлы йорт яна!
Ике ҡатлы йорт яна!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас