Йәмғиәт
4 Июль 2023, 11:57

Яуаплылыҡ һәм изгелек билдәһе

Яуаплылыҡ һәм изгелек билдәһе.

Шишмә районы мәҙәниәт ирекмәндәре төркөмөнән.Шишмә районы мәҙәниәт ирекмәндәре төркөмөнән.
Фото:Шишмә районы мәҙәниәт ирекмәндәре төркөмөнән.

Шишмә районының Еңеү паркында сүп-сар йыйыу һәм биләмәне төҙөкләндереү буйынса өмә ойошторолдо. Райондың мәҙәниәт ирекмәндәре һәм мәҙә­ни­әт һарайы хеҙмәткәрҙәре МИ-24 хәрби вертолеты һәйкәленең тирә-яғын ҡый үләненән таҙартып, майҙансыҡты рәткә килтерҙе.

Ирекмәндәр, паркка килеүселәргә экс­курсия үткәреп, Шишмә районынан сыҡҡан Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдинов хаҡында һөйләне.

Риф Рәйес улы Сәхәбетдинов – авиация генерал-майоры, Рәсәй Федерация­һы­ның атҡаҙанған хәрби осоусыһы, хәр­би хәрәкәттәр ветераны. Ул 1973 йылдан алып Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Сызрандә Юғары хәрби авиация осоусылар училищеһында уҡы­ғандан һуң, Ю. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай. Афғанстан, Тажикстан, Төньяҡ Кавказ хәр­би хәрәкәттәрендә ҡатнаша һәм хеҙмәтенең аҙағында хәрби вертолетын Шишмә халҡына бүләк итә. Был иҫтәлекле машина 2022 йылда Новосибирск ҡалаһында реставрация үткәндән һуң, быйыл апрелдә Шишмә районына килтереп ҡуйыла һәм тантаналы рәүештә асыла. Риф Рәйес улы әйтеүенсә: “Был хәрби һәйкәл тыныслығыбыҙ өсөн Тыуған илебеҙҙең һағында торған, Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт иткән барлыҡ батыр ир-егеттәребеҙ иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән ҡуйылды. Ул йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә өлгө булһын!”

Әйткәндәй, был хәрби вертолет үҙ дәүерендә осоусыһы менән ниндәй генә батырлыҡтар ҡылмаған. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр барышында Риф Рәйес улы, ярҙам һораған сигнал ишетеп, шунда ашыға. Барып ергә төшөү менән вертолетҡа 12 яралыны тейәйҙәр. Әлбиттә, техника ундай ауырлыҡты күтәрергә яраҡлы булмай, йөктөң артыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ул, ныҡлы ҡарарға килеп, ерҙән самолет кеүек барып тиҙлек йыя һәм, бөтәһенең дә һәләк булыу хәүефенә ҡарамайынса, вертолетын тауҙарҙағы тарлауыҡтар аша имен алып сығып еткерә һәм яралыларҙы үҙҙәренең дислокация урынына алып барып төшөрә. Бындай батырлыҡтары берәү генә түгел ҡаһармандың. Ҡаһар­манлығы һәм 237 уңышлы хәрби осошо өсөн Алтын Йондоҙ миҙалы, III дәрәжә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, йәнә 25 миҙал һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме менән билдәләнә.

Шишмә районының Еңеү паркындағы МИ-24 хәрби вертолеты батыр яугирҙәре­беҙҙең ҡаһарманлығы хаҡында  хәтер булып ҡалҡты. Ә инде уның биләмәһенең таҙа һәм тәртиптә булыуы – район мәҙәниәт ирекмәндәренең яуаплылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 июндән 31 сентябргә тиклем Бөтә Рәсәй “Тыныс булмаған тормош ваҡиғалары” акцияһы үтә. Ул халҡыбыҙҙың тылдағы һәм һуғыштағы батырлығы хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлауға, Бөйөк Ватан һуғышы осорона, Тыуған илебеҙгә ҡағылышлы башҡа хәрби кон­фликттарға һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиә­ләүгә арналған.

Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА

Читайте нас