Йәмғиәт
5 Июль 2023, 06:30

Эҫе көндәр оҙаҡҡа һуҙылырмы?

“Башгидромет” түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте

Эҫе көндәр оҙаҡҡа һуҙылырмы?Эҫе көндәр оҙаҡҡа һуҙылырмы?
Эҫе көндәр оҙаҡҡа һуҙылырмы?

“Башгидромет” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аҙна аҙағына тиклем республикала көндәр эҫе булыр тип көтөлә. Бөгөн яуым-төшөм булмай. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы +27,+32°.

Иртәгә лә ямғыр яуыр тип күҙалланмай. Ел төньяҡтан, урыны менән көсйәеүсән. Термометр уҡтары төндә  +14,+19°, төньяҡта до +9°, көндөҙ +26,+31 күрһәтәсәк.

Йома ла ямғырлы булмаҫ, тип көтөлә. Һауа температураһы төндә

+14,+19°, көнсығышта  +9°, көндөҙ +26,+31 була.

Көндәрҙең эҫе тороуы һөҙөмтәһендә күптәр йылға-күл буйҙарына урман-яландарға ял итергә сыға. Йәмле йәҙең һәр көнө матур үтһен, тиһәгеҙ, хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ. Бигерәк тә йылға-күл буйҙарында һаҡ булығыҙ, юғиһә батыу осрағы янай. Тағы ут менән дә һаҡ ҡыланығыҙ: “ҡыҙыл әтәс” бер кемде лә аямай. Йәнә сәләмәтлегегеҙгә даими һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ.

Фото: inbusiness.kz

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас