Йәмғиәт
7 Июль 2023, 08:47

Баҫма һүҙҙең көсө юғары

“Башҡортостан” гәзитен хәҙер Кавказда ла беләләр.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Июнь аҙаҡтарында Ставрополь крайының Пятигорск ҡалаһында “Моя провинция” Бөтә Рәсәй журналистар фестивале үтте. Мәртәбәле сара быйыл 24-се тапҡыр ойошторолдо. Ҡасандыр Рәсәйҙең төбәк телевидениеһы һәм радио журналистары өсөн генә башланғыс алған хәрәкәткә тора-бара баҫма матбуғат саралары ла ҡушыла. “Хәрәкәт” тим, сөнки был фестиваль тиҫтә йылдар дауамында тәжрибәле, рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр кешеләрҙе бер командаға туплаған. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән журналистар бында белемдәрен, һәләттәрен генә күрһәтеп ҡалмай, өйрәнә, уҡый, һөнәренең нескәлектәренә төшөнә, үҫешә. Быйылғы фестивалдә “Башҡортостан” гәзитенә лә ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Эшлекле сәфәребеҙ ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға, матур асыштарға, иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәргә бай булды. Хәйер, барыһы хаҡында ла ентекләберәк…

 

Һауаһын ҡалаҡлап ашарлыҡ…

 

Өфө беҙҙе һалҡынса ғына оҙа­тып ҡалды... Кәйефе юғыраҡ ине шул һуңғы арала. Берсә илап, берсә һағышланып, берсә көйһөҙләнеп аптыратҡан һауа торошона бәйле шул уның да көнитмеше. Ә беҙ иһә, кешеләр, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән тәбиғәттең ана шул “кәйефе” шауҡымына биреләбеҙ ҙә китәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, йәй йылыһына сарсап, ҡояшты һағынып, июнгә иркәләнеп туймаҫтай булып барып төштөк Пятигорск ҡалаһына...

Эҫе. +30 градус. Әммә ҡояш хәлде алып, өтөп ҡурмай. Йомшаҡ климат, тау һауаһы, еләҫ кенә иҫкән ел был эҫелекте бер аҙ еңеләйтеп ебәргәндәй. Һауаһын да һулап туйғыһыҙ. Бер танышымдың Кавказ яҡтарында ял итеп ҡайтҡас: “Һауа­һын ҡалаҡлап ашарҙай булдым”, ­тип һөйләгәнен хәҙер аңлайым төҫлө. Таулы-урманлы яҡта үҫкәс, ҡая-ташҡа ла әллә ни аптырап бармағандай инем. Ә, юҡ... Был яҡтарҙың үҙенә генә хас матурлығы мине ысын мәғәнәһендә әсир итте. Бейек-бейек тауҙар, минераль сығанаҡтар, саф һауа, таҙа һыулы йылғалар, йомшаҡ климат... Кавказ халҡына бер килке хатта көнләшеп ҡуйҙым.

Пятигорск. Бер-береһенә яҡын ғына урынлашҡан дүрт курорт (Железноводск, Ессентуки, Пятигорск һәм Кисловодск) ҡаланың береһе. Минеральные Воды ҡалаһынан автобус менән ярты сәғәтлек юл. Әйткәндәй, был ҡалаларҙың минераль сығанаҡтары, медицина күҙлегенән, бик айырыла. Мәҫәлән, Пятигорск ҡалаһына башлыса ашҡа­ҙан-эсәк, бауыр, нервы, ҡурылдай астмаһы, тире ауырыуҙары менән яфаланғандар килһә, Железноводск ҡалаһын анемиянан, шәкәр диабетынан этләнгәндәр һайлай икән. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы ҡалала ял итергә йәки дауаланырға хәл итһәгеҙ ҙә, иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү шарт. Ә минераль сығанаҡтарға килгәндә, бында улар бик күп һәм төрлө. Уңайлы бюветтар эшләнгән. Һыуы крандан ағып тора. Бушлай. Инәһең дә туйғансы эсәһең… Эсә алһаң, әлбиттә. Мин, мәҫәлән, минераль һыуҙарҙың бик файҙалы булыуын аңлаһам да, эсә алманым. Береһе бик еҫле булды, икенсе­һенән тимер тәме сыға. Дарыу инде, ҡыҫҡаһы. Ә бит ошо дауа өсөн халыҡ был яҡтарға ҡайҙарҙан ғына ағылмай. Минераль һыу эсеп, тау һауаһын һулап, минераль сығанаҡ­тарҙа һыу төшөп, айҙар буйы сәләмәтлеген нығытып ятыусылар бар. Һыу төшөү тигәндән, бының өсөн махсус урындар ҡаралған – минераль ванналар. Асыҡ сыға­наҡтарҙа ла һыу инергә мөмкин. Һыуы бик йылы. Ҡайһыларының  температураһы хатта +60 градусҡа етә, тиҙәр. Ҡайнар инде. Ундай­ҙарында һыу инеү мөмкин түгелдер, әлбиттә. Ғөмүмән, был яҡтарҙа уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары бик күп. Мәҫәлән, Провал күле. Машук тауындағы мәмерйә эсендә урын­лашҡан “ҡойо”. Тәрәнлеге – 11 метр. Һыуының температураһы төрлө миҙгелдәрҙә +26 градустан +45-кә етә, тиҙәр. Күл эргәһендә көкөрт эҫе борх итеп тора. Ҡасандыр күлде ҡаяның өҫтөнән генә ҡарау мөм­кинлеге булған, һуңынан тауҙы тишеп, махсус туннель эшләгәндәр. Инеү бушлай. Тик “Двенадцать стульев” романы геройы “бөйөк комбинатор” Остап Бендер ғына әле булһа “с целью капитального ремонта провала, чтобы не слишком провалился” тип билет һатып тора...

Тарих һөйләй һәр ташы

 

Аңлауығыҙса, Остап Бендер был күл янында юҡҡа ултырмай. 1970 йылда Илья Ильф менән Евгений  Петровтың “Двенадцать стульев” романы буйынса билдәле режиссер Леонид Гайдай тап Пятигорск ҡалаһында “Двенадцать стульев” киноһын төшөрә. Фильмды халыҡ бик йылы ҡабул итә, ә ҡала иһә был тарихи ваҡиғаның эҙҙәрен әле булһа ҡәҙерләп һаҡлай. Провалға инеү өсөн хаҡ ҡуйып, “билет һатып ултырған” Остап Бендер ҙа, халыҡ­тан хәйер һорап торған Киса Воробьянинов та “урынында”. Ғөмүмән, Кавказ халҡының тарихҡа, үткән­дәргә ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуы хайран итте. Был яҡтарҙа ниндәй генә ҙур-ҙур кешеләр ял итмәгән дә ниндәй генә оло шәхестәр дауаланмаған. Уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында яҡты иҫтә­лектәр һаҡлай Пятигорск. Бигерәк тә Михаил Лермонтовтың яҙмышы ҡала тарихынан айырылғыһыҙ. Пятигорскиҙы ниндәйҙер кимәлдә хатта М.Ю. Лермонтовтың “музейы” тиһәң дә була. Шағир булған урындар бында бихисап. Иң мөһиме, урындағы халыҡ уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай, шағирҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡара. Бигерәк тә заманында Лермонтов йәшәп киткән йорт-музей, Лермонтов галереяһы, Лермонтов исемендәге сквер, шағир үлеп ҡалған дуэль урыны туристар араһында бик популяр. Бер генә миҫал. Николай Мартынов менән дуэль алдынан Михаил Лермонтов бер ҡәһүәханаға инеп, ҡәһүә эсеп сыға… Һәм нимә тип уйлайһығыҙ? Эйе, бөгөн был урын бөйөк яҙыусының исемен йөрөтә. Һәм бындай миҫалдар бик күп. Ирек­һеҙҙән Башҡортостаным өсөн ҡыйын булып китте. Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстой башҡорт ҡымыҙы эсергә һәм ял итергә бик йыш килә беҙҙең яҡтарға. Ябай башҡорттар менән уртаҡ тел таба, дуҫлаша. Ә Антон Пав­ло­вич Чехов? 1901 йылда ул Баш­ҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыр өсөн махсус рәүештә килә. Башҡортостан темаһы башҡа бик күп билдәле яҙыусыларҙың (хәйер, яҙыусыларҙың ғына ла түгел хатта) ижадында ла сығылыш таба,  һәм уларҙың барыһы ла баш­ҡорттарҙың ҡунаҡсыллығына, ихлас­лығына, тәбиғи булмышына һоҡлана. Тик былар барыһы ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихта ҡала бара. Онотола... Булғанды әллә күрә, әллә  күрһәтә белмәйбеҙ тигән уйҙар ҡалды Пятигорск ҡалаһынан һуң.

Ғөмүмән, Пятигорск әллә ни ҙур ҡала түгел. Яҡынса 170 мең кеше йәшәй. Уның ҡарауы, егерменән ашыу шифахана, пансионат иҫәп­ләнә. Ҡала таҙа, ҡараулы. Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, ағастар... Йәшел ҡала. Пятигор­скиҙың һаҙлы­рак ерҙә, тау битлә­үендә урынлашыуын һәм был йәшеллекте урындағы халыҡ үҙ ҡулдары менән хасил иткәнен иҫәпкә алғанда... Һоҡланырлыҡ.

Шулай итеп, эшлекле сәфәре­беҙҙең тәүге көнөн башлыса ҡала менән танышыуға бағышлаһаҡ, артабан беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ осрашыуҙар көтә ине.

 

Халыҡ беҙгә ышана!

 

“Моя провинция” Бөтә Рәсәй журналистар фестивале бик матур урында – Машук тауы итәгендә урынлашҡан “Машук” күп функциялы белем биреү үҙәгендә үтте.  Башҡортостандың баҫма мәғлүмәт саралары исеменән дүрт редакция ҡатнашты – “Башҡортостан” гәзите, “Ватандаш” журналы, “Октябрьский нефтяник” ҡала гәзите һәм “Белебеевский вестник” район гәзите. Өс көн дауамында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Пенза, Краснодар, Ингушетия, Липецк, Кострома, Салехард, Ҡурған, Воронеж һ. б.) килгән коллегаларыбыҙ менән мәж килеп үҙ “ҡаҙаныбыҙҙа” ҡайнаштыҡ. “Төбәк журналистика мәктәбе” уҡыу семинары сиктәрендә Рәсәй журналистикаһы мэтрҙа­рының оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштыҡ, тематик сығыштарын тыңланыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, аралаштыҡ, яңы таныштар таптыҡ... Ҡыҫҡаһы, фестивалдең геройҙары ла, сәбәпселәре лә, ҡунаҡтары ла үҙебеҙ булдыҡ.

Бөгөнгө шарттарҙа – һүҙҙең көсө, һүҙҙең ҡөҙрәте  юғарыраҡ ҡиммәттәр менән баһаланғанда, бындай осрашыуҙар, аралашыуҙар бик кәрәк ине, әлбиттә. Һүҙ – ул ҡорал. Ә ҡорал менән эш итеү, ай-һай, еңел түгел. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта... Һәм быны журналистикала эшләгән һәр кем аңлай. Аҡты – ҡаранан, дөрөҫлөктө – ялғандан, яҡшыны ямандан айыра белеү бер… Ә уҡыусыңа был мәғлүмәтте тиҙ һәм дөрөҫ итеп алып барып еткереү, уның ышанысын юғалтмау, аудиторияңды һаҡлап алып ҡалыу тағы ла ауырыраҡ. Журналисты яҙырға өйрәтеп булмай, был һәләт кешегә йә бирелә, йә юҡ тиһәләр ҙә, бөгөнгөләй осрашыуҙар зиһенде яҡтырта, донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә.  Фестивалдең төп модераторҙары булып ТАСС агентлығы хеҙмәт­кәрҙәре сығыш яһаны. Уларҙың һәр сығышы, һәр тематик лекцияһы, һәр оҫталыҡ дәресе фәһемле, мәғлү­мәтле булды. “Халыҡ баҫма һүҙгә ышана. Улар беҙгә ышана”, – тине “Московская правда” гәзитенең баш мөхәррире Шод Муладжанов хушлашҡанда. Һайлаған һөнәре­беҙҙең ни тиклем яуаплы һәм кәрәкле булыуын иҫбатлау өсөн башҡа һүҙҙәр ҙә артыҡ был осраҡта…

Фестивалгә ярашлы төрлө конкурстар ҙа ойошторолдо, еңеүселәр билдәләнде. Саранан беҙ ҙә буш ҡул менән ҡайтманыҡ. “Башҡорт­остан” гәзитенең “Беҙ бергә” проекты “Делимся опытом” номинацияһында махсус дипломға лайыҡ булды. Был – коллегаларымдың, “Башҡортос­тан” гәзите тип йән атып эшләгән һәм йәшәгән журналистарҙың, эш һөҙөмтәһе.

P.S. Өфө беҙҙе ҡояшлап ҡаршы алды. Көндәр йылытҡан. Аяҙ. Оҙағыраҡ күрешмәй торғас, бер-беребеҙҙе ныҡ һағынғайныҡ шул…

- Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
    Өфө – Пятигорск – Өфө

Читайте нас