Йәмғиәт
8 Июль 2023, 14:45

Бәхетегеҙ тулы булһын!

Бөрөләге тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын бөгөнгө байрам менән ҡотланы.

Бәхетегеҙ тулы булһын!Бәхетегеҙ тулы булһын!
Бәхетегеҙ тулы булһын!

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө илебеҙҙә иң йәштәрҙән һанала. Был байрамды 8 июлдә үткәреү тураһында указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылда ҡул ҡуйҙы.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан ҙур сара Бөрө ҡалаһында шаулап-гөрләп дауам итте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Владимировна менән Бөрө ҡалаһының үҙәгендә ойошторолған йәрминкәне ҡараны, халыҡ менән яҡындан аралашты, оҫталар янында булып, уларҙың эштәренә юғары баһа бирҙе.

"Йәшел йәрминкә"лә ҡатнашыусылар һөйләүенсә, улар өсөн муниципалитет йорт яны участкаларында үҫтерелгән ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеү өсөн бушлай урындар булдырған. Республика етәксеһе сауҙаның нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынды, бының өлкән йәштәгеләр өсөн ғаилә бюджетын тулыландырыу мөмкинлеге булыуын билдәләне.

Һөнәрселәр менән аралашҡанда Радий Хәбиров уларға дәүләт ярҙамы сараларын киңерәк файҙаланырға тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостан бюджетынан халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә 11 миллион һум аҡса бүленде.

- Беҙ республикаға ҡунаҡтарҙы әүҙем ылыҡтырабыҙ, туристик программаларҙы үҫтерәбеҙ. Беҙгә сифатлы сувенир продукцияһы кәрәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Һеҙ уникаль изделиелар етештерәһегеҙ, һәм бындай фестивалдәр презентациялау, һатыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек бирә.

Ҡырҡ йылдан ашыу ағасты семәрләү менән шөғөлләнгән оҫта Ефрем Ғәлимйәнов менән Радий Хәбиров ағас архитектураһы музейын булдырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Бөрө туҡыусылыҡ үҙәгенең эше тураһында оҫта Рәзилә Ғарифуллина һөйләне. Үҙәкте туҡыусылыҡ техникаһын тергеҙеү һәм ошо тәжрибәне йәш быуынға тапшырыу маҡсатында энтузиастар әҙерләгән. "Ебәк юлы" шулай уҡ ҡала һәм район белем биреү учреждениеларының технология уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, йәштәрҙе йәлеп итә.

Тимерсе Вячеслав Сабиров Радий Хәбировҡа үҙе эшләгән мейестәрҙе күрһәтте. Улар йылыһын һүндермәй һаҡлай. Оҫта 105 мейесен махсус хәрби операция биләмәһенә ебәргән, әле хәрбиҙәргә тапшырыу өсөн сираттағы изделиеларҙы әҙерләй.

- Яугирҙәргә мейестәрем бик оҡшаны, рәхмәт әйттеләр. Изделиеларҙың үҙенсәлеге шунда: уларҙы тиҙ арала бүрәнә мейестәргә яраҡлаштырырға мөмкин, был ялан шарттарында айырыуса мөһим, - тип һөйләне Вячеслав Сабиров. - Беҙ яңы партияны мотлаҡ әҙерләп, геройҙарыбыҙға ебәрәсәкбеҙ.

Республика Башлығы тимерсегә гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтте һәм сәфәрҙәрҙең береһендә уның оҫтаханаһына инеп сығырға вәғәҙә бирҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә ҡатнашты, балалар коляскалары парадын ҡараны.

***

Байрам программаһы сиктәрендә Бөрөнөң үҙәк майҙанында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған концерт булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙҙәрен әйтеп, республика халҡына тыныслыҡ, изгелек теләне.

"Ғаилә - һәр кем өсөн иң мөһиме. Уның өсөн йәшәйбеҙ, ижад итәбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт ғаиләләребеҙҙе яҡларға әҙербеҙ. Был көндә ирҙәре, атайҙары, ағайҙары илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән ғаиләләргә оло ихтирамымды, рәхмәтемде еткерәм. Ватанды һаҡлаусылар алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙең команданың бөтә көстәрен Башҡортостанда йәшәргә, ғаилә ҡорорға, балалар тәрбиәләргә теләгәндәрҙе хәстәрләүгә йүнәлтәсәкбеҙ", - тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла республика халҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Байрам сараһын республика сәнғәт оҫталарының концерты дауам итте.

Илдар Аҡъюлов фотолары.

Бәхетегеҙ тулы булһын!
Бәхетегеҙ тулы булһын!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас