

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған күркәм байрам бара. Халыҡ ҡала үҙәгенә иртә менән йыйыла башланы. Бөрөләр һәм ҡунаҡтар өсөн бик бай программа ҡаралған.
Мәҫәлән, "Йәйғор" балалар ижады үҙәгендә ойошторолған "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы эргәһендә олоһо ла, кесеһе лә, айырыуса гүзәл заттар күп күренә. Бында табиптар кешеләрҙе ҡабул итә, төрлө кәңәш-төңәштәрен еткерә.
Октябрьский майҙанына алма төшөрлөк тә урын юҡ. Бында тотош ҡаланың һәм райондың тормошо менән танышырға мөмкин. Оҫталар ҡул эштәрен, сувенирҙарҙы алып килгән, уйынсыҡ тегеүселәр – ижад емештәрен, балаҫ һуғыусылар балаҫтарын матур итеп теҙгән, башҡорт балын тәмләүселәр, һатып алыусылар етерлек, талдан кәрзин үреүселәр үҙ эштәренә сумған, тимергә йән өрөүселәр ҙә байтаҡ.
Төштән һуң иһә коляскалар парадының үтеүе күҙҙә тотола. Бынан тыш, Рәсәйҙә иғлан ителгән Педагог һәм остаз йылына тура килтереп, "Уҡытыусы һәм мин" тигән күргәҙмә, Павловтар ғаиләһенең "Йылдар аша ижад" тип аталған эштәр күргәҙмәһе, селтәр үреүселәрҙең "Тыл ZA наших" тигән майҙансығы эшләй, "Ғаилә квесы" балалар зонаһы булдырылған, ғаиләләр "Бергә һәм мәңгегә" тигән сарала ҡатнаша, ҡаланың Интернациональ урамынан алып Чеверев урамына хәтлем сауҙа нөктәләре теҙелеп киткән. Ә инде кискеһен өлгөлө ғаилә - Марина һәм Дмитрий Харатьяндар менән осрашыу көтөлә.
Илдар Аҡъюлов фотолары.