Йәмғиәт
8 Июль 2023, 10:30

Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!

Сабыш майҙанына йөҙләгән бәйгесе сыҡты, шулай уҡ... 

Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!
Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!

Дүртөйлөлә бөгөн "Ҡанатлы ат" фестивале бара. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылдылар.

Сараның төп маҡсаты ат сабыштары уҙғарыу булһа ла, дүртөйлөләр өсөн ул киң яҡлы ҙур байрамға әүерелде. Фестивалде райондың сәнғәт оҫталары концерты асты. Унда төрлө милләттәрҙең мәҙәниәте, берҙәмлеге сағылды.

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов байрам ҡунаҡтарын тәбрикләп, бәйгегә илебеҙҙең байтаҡ төбәктәренән килеүҙәрен билдәләне, киләсәктә был сара майҙанын тағы ла киңәйтеү маҡсатын әйтте. Төрлө тармаҡтарҙа уңыштарға өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы тәбрикләү ҙә байрамдың күркәм өлөшө булды. Улар араһында күп бала тәрбиәләгән гүзәл заттарға " Әсәлек даны" миҙалы тапшырылды, шулай уҡ башҡа наградаларға ла лайыҡ булдылар.

Ат сабышын тамашасылар ашҡынып көтөп алды. Ярышҡа 100-ләгән бәйгесе килгәйне. Көндөң эҫе булыуына ҡарамаҫтан, аттар сыҙамлыҡ күрһәтте. Әле ярыштың иң ҡыҙған мәле.

Ат спортын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылған сара ярыш менән генә сикләнмәне. Аттар парады, балалар өсөн майҙансыҡтар байрамға йәм өҫтәне.

Автор фотолары.

Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!
Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!
Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!
Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!
Дүртөйлөлә бөгөн - "Ҡанатлы ат"!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас