

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев һәм уның ғаиләһен күптәр ҡарап барырға ярата. Ул башлыса ғүмерҙәрендәге һәйбәт яңылыҡтар менән уртаҡлаша. Тик тормош гел ыңғай ғына бармай шул, күңелһеҙ яҡтары ла була. Бөгөн Рөстәм күңелһеҙ видео ҡуйған, унда ир кеше илап ултыра. Баҡһаң, иртәгә ул булған Омскатағы казарманың емерелеүенә һигеҙ йыл тула икән.
“Иртәгә казарма емерелеүгә һигеҙ йыл тула, мин мөғжизә менән тере ҡалдым, ләкин аяҡтарымды юғалттым. Һуңғы ваҡытта миндә иҫән ҡалыуыма ғәйеп тойғоһо уяна башланы, сөнки унда 24 кеше һәләк булды. Мин бында, ә улар – ер аҫтында. Бөгөн биш тапҡыр күҙҙәремә йәш тығылды, улар үҙҙәренән-үҙе аға.
Ҡайһы бер һалдаттарҙың ата-әсәһе миңә: “Шунда һин үлһәң, яҡшыраҡ булыр ине”, – тип яҙҙы.
Мин бының өсөн бер кемде лә ғәйепләмәйем, әммә улар мине аңламай, мин бит бер нәмә лә хәл итмәнем, юғары көстәр шулай хәл итте. Тик бынан ғына миңә еңел түгел”, – тип яҙҙы ул.
Егеткә улай ҡаты бәрелмәгеҙ әле. Ысынлап та уның ни ғәйебе?
Фото: социаль селтәрҙәр.