Йәмғиәт
12 Июль 2023, 16:45

“Ер ҡото"на рәхим итегеҙ!

Быйыл сара башлыса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә арнала.

“Ер ҡото"на рәхим итегеҙ!“Ер ҡото"на рәхим итегеҙ!
“Ер ҡото"на рәхим итегеҙ!

15 июлдә Әбйәлил районының Байым ауылында “Ер ҡото” республика этномәҙәни патриотик фестивале уҙғарыла. Ошо уҡ көндә "Ҡомартҡы" этник форумы ла ойошторола. Форум шәжәрәне, халыҡ ижады жанрҙарын, милли уйындарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу һәм һаҡлау маҡсатында өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Фестивалде “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм Башҡортостандың халыҡ дауалаусылары мәктәбе ойоштора. Бөгөн “Башинформ” агентлығында ошоға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Сараны төп ойоштороусыларҙың береһе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды етәксеһе һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина фестиваль тураһында ентекләберәк һөйләне.

– Фестивалдең төп бурысы – әлеге ваҡытта тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Сара барышында хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса хәйриә акцияһы ойоштороласаҡ. Шулай уҡ уларға юридик, психологик ярҙам күрһәтеләсәк, – тине ул.

Был фестиваль республикала халыҡ дауалаусылары мәктәбен булдырған саҡта барлыҡҡа килде. Ул борондан ҡалған мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларҙы пропагандалау һәм йәш быуынға тапшырыу өсөн ойошторола. Тик ваҡыттар үҙгәрә һәм шуның менән бергә фестивалдең бурыстары ла.

– Былтыр беҙҙең фестивалдең төп маҡсаты ковидтан һуңғы реабилитация үткәреү ине. Унда 200-ҙән ашыу халыҡ дауалаусылары йыйылды һәм мең ярым самаһы кешегә ярҙам итте. Быйыл йүнәлеш йәнә үҙгәрҙе. Хәҙер беренсе урынға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына ярҙам итеү сыҡты, – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Фестиваль бер көн генә дауам итһә лә, бик бай программалы буласаҡ. Унда төрлө оҫталыҡ дәрестәре, МХО ҡатнашыусылары өсөн спорт ярыштары, түңәрәк өҫтәлдәр һәм аралашыуҙар үтәсәк. Яугирҙәр йәштәр, балалар менән аралаша аласаҡ. Сарала республиканың төрлө ветерандар ойошмалары ла әүҙем ҡатнаша һәм патриотик йүнәлештәге саралар үткәрәсәк.

Бынан тыш юристар, психологтар, табиптар, халыҡ дауалаусылары йыйыласаҡ. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бушлай ярҙам итәсәк.

Матбуғат конференцияһында халыҡ дауалаусылары мәктәбе етәксеһе Лилиә Баймурзина ла ҡатнашты. Ул фестивалде ойоштороусылар ҙа, ярҙам алырға әҙер булған кешеләр өсөн дә мөһим сара тип атаны.

– Беҙҙең мәктәп бындай саралар үткәреү буйынса ҙур тәжрибәгә эйә. Алты йыл дауамында республика буйлап оҫта һәм тәжрибәле дауалаусыларҙы туплайбыҙ. Был эштең төп маҡсаты – уларҙы берләштереү, улар һәм эшмәкәрлектәре тураһында банк булдырыу. Беҙ уларҙың эш итеү ысулдарын, документтарын, сертификаттарын бик ентекле тикшерәбеҙ һәм шунан һуң ғына ҡабул итәбеҙ. Улар кеше менән эшләй белергә тейеш, уларҙың проблемаһына ипле ҡараш кәрәк, – тине ул.

Матбуғат конференцияһында Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Илһамова һәм башҡа әүҙемселәр ҡатнашты.

Шулай итеп, халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһын да был шәмбе Әбйәлил районында көтәләр. Әйткәндәй, сара тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, ғалим-фольклорсыларға, этнографтарға ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ғаилә менән дә килергә мөмкин, биләмәлә урынлашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас