Йәмғиәт
14 Июль 2023, 10:00

Ҡайҙа һин, Гөлназ?

Уны ике аҙна буйы эҙләйҙәр. Тапочкала ғына киткән ул...

Ҡайҙа һин, Гөлназ?Ҡайҙа һин, Гөлназ?
Ҡайҙа һин, Гөлназ?

Ике аҙна элек Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылынан Гөлназ Ниғмәтуллина ғәйеп булған. “БаРС” ирекмәндәр эҙләү һәм ҡотҡарыу отряды хәбәр итеүенсә, уның ҡайҙа икәнлеге һаман билдәле түгел.

Юғалған ваҡытында Гөлназ ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәк, ҡарағусҡыл-һоро һәм аҡ буйлы трико, хаки төҫөндәге тапочка кейгән булған.

Тағы билдәләре: ерән сәсле һәм һоро күҙле. Гөлназ тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, 8-937-3-102-112 йәки 112 берҙәм телефондарына шылтыратығыҙ.

Фото: “БаРС” ирекмәндәр эҙләү һәм ҡотҡарыу отряды.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас