

Һәр умарталыҡтың үҙ ветеринария-санитария паспорты булырға тейеш. Унда бал ҡорто күстәре, умарталар һаны, умарталыҡ майҙаны күрһәтелә. Был – Башҡортостандың Ветеринария идаралығы талабы.
Республика биләмәһенә икенсе төбәктәрҙән һәм илдәрҙән килтерелгән бал ҡорттары күстәре башҡа умарталыҡтарҙан биш километр алыҫлыҡтағы айырым биләмәлә 30 календарь көн буйы карантинда торорға тейеш. Ошо осорҙа бал ҡорттарының инфекцион ауырыуҙарын асыҡлау һәм уларҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында тейешле клиник тикшереүҙәр уҙғарыла.
Бал ҡорттары ауырыуҙарын асыҡлау һәм балды тикшереү менән Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы шөғөлләнә. Ошонда уҡ ҡорттарҙы киң таралған инвазион (варроатоз, нозематоз, акарапидоз, браулез) һәм инфекцион (америка сереге, Европа сереге, сальмонеллез һәм башҡа) ауырыуҙарға тикшертергә мөмкин.
Лилиә НУРЕТДИНОВА