

Стәрлебаш райлонының Иҫке Ҡалҡаш ауылы биләмәһенә ҡараған Покровка ауылы урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән.
– Иҫке урам яҡтыртыу лампалары Иҫке Ҡалҡаш ауыл советының үҙ аҡсаһына һатып алынған яңы яҡтылыҡдиодлы лампаларға алмаштырылды, тағы ла берәү өҫтәп ҡуйылды. Эште башҡарыусы оҫтаға бағыусы ярҙамы күрһәтеп, ҡуйыуға киткән сығымдарҙы урындағы фермер ҡапланы. Шулай итеп, Покровка буйынса урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе хәл ителде, – ти ауыл хакимиәте башлығы Айрат Ҡотлошин.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/rakhmangulov_rk/3190