Йәмғиәт
14 Июль 2023, 12:30

Үрге Ҡыйғы ауылы төҙөкләндерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үрге Ҡыйғы ауылындағы "Йәштәр" аллеяһын ҡараны.

Үрге Ҡыйғы ауылы төҙөкләндереләҮрге Ҡыйғы ауылы төҙөкләндерелә
Үрге Ҡыйғы ауылы төҙөкләндерелә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Ҡыйғы районына эш сәфәре менән барҙы. Унда республика етәксеһе Үрге Ҡыйғы ауылындағы "Йәштәр" аллеяһын ҡараны. Уны былтыр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә төҙөкләндергәйнеләр.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко ял зонаһының ауылдың йәмәғәт үҙәгендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бында иҫке кәртәләрҙе алып ташлап, йәйәүлеләр юлдары һалғандар, яҡтыртҡыстар ҡуйғандар, эскәмйәләр урынлаштырғандар.

Бынан тыш, паркта урам электр сәғәте ҡуйғандар. Ял итеүселәрп өсөн шахмат таҡтаһы бар. Сауҙа павильондары эшләй. Радий Фәрит улы уларҙың береһенә инде.

Аҙаҡтан Радий Хәбиров Зөһрә Гордиенко менән бергә яугир-интернационалистар мемориалына сәскә һалды.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас