Йәмғиәт
14 Июль 2023, 05:35

Шишмә аға сылтыр-сылтыр...

Инештәрҙе һаҡларға кәрәк.

Борай районы хакимиәте.Борай районы хакимиәте.
Фото:Борай районы хакимиәте.

Республикалағы эҫе көндәр шишмәләрҙе тергеҙеү, уларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бирергә кәрәклегенә тағы бер тапҡыр инандырҙы. Хатта республиканың төп йылғаларының береһе булған Ағиҙелдең ныҡ һайығыуын белдерә белгестәр. Ҙур йылғаларҙы тулыландырып торған шишмәләрҙә лә һыу аҙайған.

Борай районының Дауытлар ауылында шишмәләрҙе һаҡлауға ҙур иғтибар бирәләр. Күптән түгел бында “Һалҡын шишмә” инешен төҙөкләндереп, байрам ойоштор­ғандар. Ауыл имамы Илфар Вафин Ҡөрьән аяттары уҡыған, күрше Ҡарағош ауылы һәүәҫкәрҙәре матур концерт ойошторған. Дауытлар ауылының “Әхирәттәр” йыр ансамбле, гармунсылар Илнур Вәли­нуров менән Рафиҡ Хәмәтнуров байрамға йәм өҫтәгән. Кәшкәләү мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гүзәлиә Шәйәхмәтова яҡташтарын үлән сәйҙәре менән һыйлаған.

Ошо ауылда тыуып үҫкән эшҡыуар Айрат Басиров тормош иптәше Ира менән “Һалҡын шишмә”не тергеҙергә килешеп, ниәттәрен тормошҡа ашыра. Ауыл халҡы ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Шишмәгә төшөү урынында уңайлы баҫҡыс эшләнә, майҙансыҡ булдырылған. Ял итеп алыр өсөн өҫтәл-ултырғыстар ҙа ҡуйғандар.

Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Читайте нас