Йәмғиәт
14 Июль 2023, 10:06

Ураҡ башланды

Стәрлетамаҡ районы алда бара.

Республикала мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙған мәле: 13 июлгә ауыл эшсәндәре 320 мең гектарҙан ашыу ерҙә мал аҙығы культураларын сабып алған. 196 мең тонна бесән һәм 523 мең тонна сенаж әҙерләгәндәр. Һутлы мал аҙығы әҙерләүҙә Стәрлетамаҡ районы алда бара, унда сенаж запасы 53 мең тонна тәшкил итә. Икенсе урында – Саҡмағош хужалыҡтары, улар һаҡлауға 47 мең тонна һутлы мал аҙығы һалған, өсөнсөлә – Дүртөйлө һәм Илеш райондары хужалыҡтары, күрһәткесе – 40 мең тоннанан ашыу.

Быйыл игенде һәм ҡуҙаҡлы­ларҙы урыуға 10 көн алдан төш­кәндәр. Быға сәсеүҙе иртә башлау һәм июлдең эҫе тороуы булышлыҡ иткән. Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы,  Мәләүез райондарында ужым бойҙайын, борсаҡты һәм ужым шипкәнен йыялар. Әле ике мең тоннанан ашыу иген һуҡҡандар. Быйыл бөтәһе бер миллион 760 мең гектар майҙандан уңыш йыйыу бурысы тора. 

Стәрлетамаҡ районында тәү­геләрҙән булып “Дуҫлыҡ” ауыл хужалығы предприятиеһы” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте (һүрәттәрҙә) ашлыҡ һуғырға төш­кән. Ике көндә 300 гектарҙан ашыу ерҙә ужым бойҙайын сапҡандар. 12 июнгә ҡарата мең тоннаға яҡын орлоҡ киләһе миҙгелдең уңышын тәьмин итеү өсөн иген һаҡ­лағыстарға ебәреүгә әҙер. Бер үк ваҡытта баҫыуҙарҙа һаламды төргәкләү бара.

Бөтә урып-йыйыу эше ойошҡан рәүештә алып барыла, һәр участкала тәжрибәле, үҙ эшен белгән кешеләр – механизаторҙар, водителдәр, эшселәр эшләй. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы студенттары-практиканттары ла йәлеп ителгән.

– Орлоҡ участкаларын урып- йыйыуҙы башланыҡ, эш айырым алып барыла. Башта баҫыу буйлап сапҡыстар йөрөй, һуңынан “Акрос-550” иген йыйыу комбайндары – бөтәһе 10 берәмек эшләй башлай. Алты “КамАЗ” автомобиле яңы уңышты иген келәтенә килтерә, унда орлоҡто таҙарталар һәм айыралар. Ужым бойҙайының мең тоннаға яҡын сифатлы орлоғо иген һаҡлағыстарға ебәреүгә әҙер – был киләһе миҙгел уңышының нигеҙе, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты баш агроном Н.Х. Ғәйнуллин.

Подлесное бүлегендәге ашхана хеҙмәткәрҙәре көн һайын иртәнге, төшкө, киске аш һәм һуңғы киске ашты әҙерләй (командировкаға ебәрелгәндәр өсөн). Баҫыуҙа мәшғүлдәр өсөн ҡайнар төшкө аш термостарҙа эш урындарына килтерелә.

Илде туйындырған ялан батырҙарына матур көндәр, яҡшы уңыш теләйбеҙ!

-  Рәмилә МУСИНА

Читайте нас