Йәмғиәт
14 Июля 2023, 10:47

Яҙмыш ҡаты һынаһа ла...

Йәшәү йәмен юғалтмаған.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш үҙенең һынауҙарын ебәреп кенә тора. Ҡырмыҫҡалы районының Мөрсәк ауылында тыуып үҫкән Әхәт Нурушев та әрме хеҙмәтенән һуң туған колхозында тракторсы булып эш башлай. Йәш егеттең киләсәккә уй-маҡсаты – ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, карьера... Тик бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Бер көн Әхәт Миҙхәт улының бөтә тормошон тотошлай үҙгәртә, икенсе һуҡмаҡҡа йүнәлтә.

 

30 йыл ваҡыт үткән

 

Ниндәй хәл-ваҡиғалар теркәл­мәһен, тормош дауам итә, әҙәм балаһы ла барлыҡ һынауҙарға, һыҙланыуҙарға, ошо сәбәпле, төрлө уйланыуҙарға һәм ауырлыҡ­тарға күнегә. Йән тетрәндергес көнгә лә быйыл 30 йыл тулды. 1993 йылдың йәмле йәйендәге бесән ваҡытында Әхәт Нурушев трактор тәгәрмәсе аҫтына эләгә һәм умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнә. Ул ваҡытта Ҡырмыҫҡалы ауылын­дағы дауаханаға Өфөнән тәжри­бәле хирург, белгестәр килеп, оҙайлы сәғәттәр буйы егеттең ғүмере өсөн көрәшә. Һөҙөмтәлә улар ярҙамында Әхәт Миҙхәт улы йәшәү өсөн көрәштә еңеп сыға, тик артабан тағы ҡатыраҡ һынауҙар көтә уны. Район дауаханаһында дүрт ай дауаланғандан һуң, ҡаты һыҙланыуҙы баҫа торған укол­дарҙың да файҙаһы теймәй баш­лағас, уны, ябығып бөткән егетте, өйөнә ҡайтармаҡсы булалар. Шул ваҡытта Өфөнән шылтыратып, сирлене баш ҡалалағы дауаханаға килтереүҙе һорайҙар. Бына ошо хәл Әхәт Нурушевтың тормошонда хәл иткес роль уйнай: уға тағы йәшәү бәхетен бүләк итәләр. Ныҡышмал холоҡло егет үҙе лә яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һынмай, тиҙ генә бул­маһа ла, әкренләп үҙ мөмкинлектәренә, көсөнә ҡарап йәшәргә ҡулайлаша. Башта яҡындары уға бухгал­терлыҡты үҙләштерергә кәңәш итә, тик курсты тамамлағас, был һөнәр буйынса эш табыуы еңел булмай. Шул ваҡытта Әхәт Миҙхәт улының башына бер уй килә.

– Бер саҡ телевизорҙа Фаберже йомартҡаларын күрһәтәләр ине. Тапшырыуҙы ҡарағандан һуң, һыуытҡысты астым да унда бер кипкән йомортҡаны күреп ҡалдым, шуны буяп ҡарамаҡсы булдым, – тип һөйләй ул.

Тап бына ошо көндән Ҡырмыҫ­ҡалы уҙаманының үҙенсәлекле ижади юлы башлана. Төрлө ысулдар эҙләгәндән, акварель һәм гуашь менән буяп ҡарағандан, уларҙың йомортҡа тышында матур ятмауы, кипмәүен асыҡлағандан һәм байтаҡ тәжрибә туплағандан һуң, ул һүрәт төшөрөүҙең үҙенә генә хас ысулын тапҡан. Шулай итеп, художестволы сәнғәт буйынса белемгә эйә булмаһа ла, йоморт­ҡаларға төрлө һындарҙы, тәбиғәт күренештәрен һынландырыу оҫта­лығына өлгәшә. Сабырлыҡ, сами­милыҡ, ныҡышмаллыҡ, тормошто яратыу кеүек төшөнсәләр һөҙөм­тәһендә Әхәт Нурушев был ижад төрөнөң башҡа йүнәлештәре буйынса ла һүрәт төшөрә башлай, артабан ул Ҡырмыҫҡалы районы символы булған ҡырмыҫҡалы һындарын эшләй. Ул ижад иткән әйберҙәр ҙур һорау менән фай­ҙалана башлағас, мозаика сти­лендәге таҡталар яһарға тотона...

 

Һөнәрмәнде хәҙер күптәр белә

 

Күпмелер ваҡыт үткәс, Әхәт Миҙхәт улының эштәре күргәҙ­мәләргә ҡуйыла башлай. “Оҫта – алтын ҡулдар” конкурсының “Ҡул эше оҫталығын популярлаштырыу һәм үҫтереү, һөнәрселек етеште­реүендә милли йолаларҙы һаҡлап алып ҡалыу” махсус номинация­һында дипломант була, беҙҙең “Башҡортостан” гәзите дипломы хужаһы ла ул.

Әхәт Миҙхәт улы белем биреү ойошмаларында балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә. Бынан тыш, уның “Тылсымсы АХ” (“Кудесник АХ”) тигән формаль бул­маған үҙенсәлекле ижади төркөмө бар. Ә үҙе ошо төркөмдәгеләрҙең ижад емешен популярлаштырыу өсөн көс һала. Һәүәләй ауылынан башҡорт халҡының милли кейем­дәрен тергеҙеүсе Гүзәл Искән­дәрова, Бишауыл-Уңғарҙан баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре оҫтаһы Флүрә Заһиҙуллина, әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ижад иткән Олокүл ауылы килене, түбәтәйҙәр теккән Айгөл Сәй­фуллина, Ҡырмыҫҡалынан биҙә­үестәр эшләгән Ирина Степанова, рәссам-пейзажист Рим Хәсәнов һәм яңыраҡ Мәскәүҙән ҡайтып, Ҡырмыҫҡалыла йәшәй башлаған ҡул оҫтаһы Люзиә Бикҡужина – уларҙың барыһын да ижадҡа һөйөү берләштерә.

– Төркөмдәгеләрҙең бөтәһенә лә “Кудесник АХ” тигән исем оҡшаны. Күптәр “АХ” нимә аңлата ул тип һорай. Беренсенән, ул минең исемдең баш хәрефтәре булһа, икенсенән, ғәжәпләнеүҙе, аптырауҙы белдерә.

Төркөмөбөҙҙөң барлыҡҡа килеүенә Ҡырмыҫҡалы районының “Даирә” гәзите булышлыҡ итте, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Биш йыл элек был баҫмала Айгөл Сәйфуллинаның түбәтәйҙәр тегеүе тураһында мәҡәлә баҫылғайны. Шуны уҡығас, ошондай оҫталарҙы бер урынға тупларға, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тигән теләк тыуҙы. Айгөлдөң телефон номерын табып, уға шылтыратып һөйләш­тем, – тип һөйләне Әхәт Миҙхәт улы. – Шунан беҙҙең төркөмгә Гүзәл менән Флүрә апайҙар, Ирина һылыу ҡушылды. Һуңыраҡ рәссам Рим Хәсәнов, Люзиә Бикҡужинаны ла үҙебеҙгә алдыҡ. Ойошмабыҙға төрлө өлкәләге оҫталарҙы тупларға тырыштым. Һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ. “Кудесник” һүҙе “тылсымсы”ны аңлата, шуға күрә беҙҙең визиткаларҙа ла “Беҙ тылсымсы түгел, беҙ әле өйрәнәбеҙ генә” тип яҙылған. Төркөмдәш­тәремә һәр ваҡыт ҡулдан килгәнсә ярҙам итәм, төрлө идеялар бирергә тырышам.

Шулай итеп, хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы һөнәрмәндәре бер-бере­һенә терәк булып ижад итә, конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Уларҙың төп маҡсаты – ата-бабаларыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, уларҙың кәсептәренә һаҡсыл ҡараш булдырыу һәм киләсәк быуынға еткереү.

Яҙмыш елдәре әсе булһа ла, башта – әсәһен, аҙаҡ атаһын  юғалтһа ла, көн дә һыҙланыуҙар йөҙәтһә лә, Әхәт Миҙхәт улы йәшәү дәртен, көсөн юғалтмаған. Киреһенсә, ул бөгөн дә оптимистик рухта, күптәр өсөн йәшәү өлгөһө.

Башҡортостанда йомортҡа ҡабығынан һындар яһаусы берҙән-бер оҫта Әхәт Миҙхәт улына быйыл 55 йәш тула, ул ғүмеренең 30 йылын  инвалид коляскаһында үткәрә, шул иҫәптән 25 йылын үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнә. Һоҡландырғыс замандашыбыҙ Әхәт Нурушевҡа ижади уңыштар теләйбеҙ.

- Айһылыу НИЗАМОВА
Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас