Йәмғиәт
15 Июль 2023, 12:30

“Табылды! Иҫән!”

- Ошондай һүҙҙәр йышыраҡ ишетелһен, - тип теләне Радий Хәбиров.

“Табылды! Иҫән!”“Табылды! Иҫән!”
“Табылды! Иҫән!”

Бөгөн Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Лиза Алерт” ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының төбәк-ара уҡыуҙарын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был Рәсәйҙәге коммерцияға ҡарамаған ҙур ойошма юғалған кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнә.

Тәжрибә алмашыу өсөн Башҡортостанға Мәскәү, Һамар, Һарытау, Силәбе, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре, Татарстан, Удмурт республикалары һәм Пермь крайынан командалар килде. Ике көн дауамында улар эҙәрмәнлек эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре буйынса ялан дәрестәре үткәрәсәк – навигация, беренсе ярҙам күрһәтеү, төрлө ойошмалар һәм киң матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлек итеү, шулай уҡ координация эше.

Республика етәксеһе уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, мөһим эш башҡарыуҙары өсөн рәхмәт әйтте.

– Бөгөнгө сараны беҙҙә үткәреүегеҙ бик шәп. Бындай слеттарҙы даими нигеҙҙә ҡабул итергә теләйбеҙ. Республика исеменән башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Ҡайһы саҡта тап һеҙ юғалған яҡындарын эҙләүселәр өсөн һуңғы өмөткә әйләнәһегеҙ. Был еңел булмаған хеҙмәт, ул физик һәм әхлаҡи көс талап итә. Ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан эҙәрмәндәренә рәхмәт. Былтыр ғына һеҙ 500 самаһы юғалған кешене таптығыҙ. Рацияларығыҙҙа “Табылды! Иҫән!” тигән һүҙҙәр йышыраҡ ишетелһен.

Рәсәйҙәге “Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары рәйесе Григорий Сергеев ҡатнашыусыларға уңышлы ғәмәли эш теләне.

– Бөгөн Башҡортостанда илдең тиҫтә самаһы төбәгенән командалар йыйылды. Яңы белем алыуығыҙ бик шәп. Бында тәжрибәле кешеләр ҙә, отрядта яңы ғына эш башлағандар ҙа күп. Уҡыуҙарҙы файҙалы үткәрербеҙ тип ышанам. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына, республика етәкселегенә рәхмәт. Төбәк етәксеһе ялан уҡыуҙарына шәхсән үҙе килде. Был - беҙҙең эшмәкәрлеккә юғары баһа, – тине ул.

Тантаналы саранан һуң Радий Хәбиров менән Григорий Сергеев һөнәри оҫталыҡ дәрестәрендә булды һәм тематик уҡытыу майҙансыҡтары эше менән танышты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, таныш булмаған урында үҙеңде тотоу, йүнәлеш таба белеүгә мәктәптә үк өйрәтергә кәрәк.

– Отрядыбыҙға мөрәжәғәттәр һаны йыл һайын арта. Йөҙәрләгән кешегә өйҙәренә ҡайтырға ярҙам иттек. “Лиза Алерт”тың республика бүлексәһендә махсус эҙләү ҡорамалдары күп, ай һайын теләгәндәр өсөн эҙләү тураһында лекциялар, семинарҙар үткәрелеп тора. Тәүлек әйләнәһенә дежурҙар эшләй, улар кешеләрҙең мөрәжәғәтен ҡабул итергә әҙер. Эҙләүҙе кеше юғалғандың тәүге сәғәттәрендә башлау мөһим, шул саҡта яҡшы һөҙөмтә мөмкинлеге арта, – тине Григорий Сергеев.

Радий Хәбиров “Лиза Алерт” етәкселегенә уҡыуҙарҙы Шишмә районындағы “Патриот” паркында үткәрергә тәҡдим итте.

– Унда күп кеше йәшәй алһын, махсуслаштырылған саралар үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырылды. Әҙер спорт майҙансығы бар, яҡын арала ашхана төҙөлөп бөтәсәк. “Патриот"та кис усаҡ янында ултырыу урыны бар, “Геройҙар уҙышы”нда йүгерә алаһығыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ ул эҙәрмәндәрҙе өҫтәмә уҡытыу өсөн республика Башлығы грантын алыу мөмкинлеген дә өйрәнергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына “Лиза Алерт” менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.

– Аралашып эш итергә кәрәк. Ресурстарҙы берләштереү кешеләрҙе эҙләүҙең ауыр мәлдәрендә ярҙам итергә тейеш, – тине ул.

Григорий Сергеев Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте һәм, ойошма барлыҡ тәҡдимдәрҙе ҡараясаҡ, тине.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас