Йәмғиәт
17 Июль 2023, 18:30

Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!

17 июлдә Рәсәйҙә Этнограф көнө билдәләнә.

Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!

17 июлдә Рәсәйҙә Этнограф көнө билдәләнә. Был – Рәсәйҙәге ғалим-этнографтар һәм төрлө этнография мәктәптәре вәкилдәре байрамы. Был һөнәри байрам рус этнографы, антрополог, сәйәхәтсе, Император Рус география йәмғиәте ағзаһы Николай Николаевич Миклухо-Маклайҙың тыуған көнөндә билдәләнә (1846-1888). Ул 200 тирәһе ғилми эш ҡалдырған һәм ватан антропологияһына, этнографияһына нигеҙ һалған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Этнограф көнөн 1970-80 йылдарҙа СССР-ҙа профессор, Ленинград дәүләт университетындағы тарих факультетының этнография һәм антропология кафедраһын ойоштороусы һәм уның мөдире Рудольф Итс башланғысы менән билдәләй башлағандар. Тағы был көн июлгә - этнография экспедицияларҙың һәм төрлө ҡаҙыныуҙарҙың ҡыҙған осорона - тура килә.

Этнография (грек һүҙе  ἔθνος – халыҡ һәм  γράφω – яҙам) – халыҡтарҙы, этник берҙәмлектәрҙе, уларҙың барлыҡҡа килеүен, составын, күнкүрешен, мәҙәни-тарихи һәм этник-ара мөнәсәбәттәрҙе, шулай матди һәм рухи мәҙәниәтте өйрәнгән фән. Этнографияла этногенезды – теге йәки был этностың барлыҡҡа килеүен, социаль институттарҙы өйрәнеү төп урынды биләй. Этнографияның төп сығанағы – халыҡтар тормошон күҙәтеүҙән алынған мәғлүмәттәр.

Этнографтар музейҙарҙа, ғилми институттарҙа, нәшриәттәрҙә, тарихи-тикшеренеү үҙәктәрендә эшләй һәм практика менән теорияны бергә бик уңышлы файҙалана. Улар өйрәнгән документаль һәм башҡа сығанаҡтар төрлө этностарҙың мәҙәниәтен, көнкүрешен, йолаларын һәм башҡаларҙы өйрәнеү мөмкинлеген бирә.

Башҡортостан этнографтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм уларға уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: rcntrb.co;  bashinform.ru;

ufa.bezformata.com; otkrit-ka.ru

 

Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, этнографтар!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас