Йәмғиәт
17 Июль 2023, 14:30

"Патриот" паркы үҫешә

Шулай иткәндә, беҙ “Патриот” паркының ҡабул итеү ҡеүәтен сменаһына 400 балаға тиклем арттырасаҡбыҙ.

"Патриот" паркы үҫешә"Патриот" паркы үҫешә
"Патриот" паркы үҫешә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы капиталь булмаған объекттар булдырыу (тиҙ төҙөлөүсе конструкциялар) буйынса федераль программа сиктәрендә балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу өсөн Рәсәйҙең Мәғариф министрлығына ике тораҡ модуль алыу өсөн заявка ебәргән.

Уларҙы Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик паркында урынлаштырасаҡтар. Был турала бөгөнгө Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ведомство башлығы Айбулат Хажин һөйләне.

– Шулай иткәндә, беҙ “Патриот” паркының ҡабул итеү ҡеүәтен сменаһына 400 балаға тиклем арттырасаҡбыҙ. Был эште быйыл ноябрҙә тамамларға ниәтләйбеҙ, – тине министр.

Шул уҡ ваҡытта йәй миҙгеле дауамында “Патриот” паркында өс мең самаһы кешене йәлеп иткән тематик саралар үтеп торасаҡ. Мәҫәлән, 9-нан 15 авгусҡа тиклем уның нигеҙендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының профилле сменаһы үтәсәк. Уның темаһы – балаларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен тотоуы һәм балалар травматизмын иҫкәртеү.

– Беҙ “Патриот” паркын үҫтереүгә күп аҡса йүнәлттек. Хәҙер ул эшләй һәм республикаға, йәмғиәтебеҙгә ҙур файҙа килтерә, – тине Радий Хәбиров.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ “Патриот” паркы филиалдарын үҫтереү мәсьәләһе лә тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, V “Ҡанатлан” мәктәп белеме форумында Башҡортостан Башлығы республикала Шишмә районындағы төп майҙансыҡ өлгөһө буйынса патриотик үҙәк филиалдары булдырыласаҡ тигәйне. Уларҙың беренсеһе Баймаҡ районының Күлтабан ауылында эшләй башлай, икенсеһе – Ҡыйғы районында “Маяк” балалар лагеры нигеҙендә эшләйәсәк.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, лагерь биләмәһендә 50 урынға иҫәпләнгән өҫтәмә тораҡ модуль ҡуйыласаҡ. Радий Хәбиров Хөкүмәткә учреждениены төҙөкләндереүгә кәрәкле аҡса йүнәлтергә ҡушты.

– Әгәр беҙ быйыл 40 миллион һум аҡса бүлә алһаҡ, төҙөлөш-монтаж эштәрен башлай аласаҡбыҙ. Ә киләһе йылдың йәйендә яңыртылған “Маяк” беренсе балаларҙы ҡабул итә һәм “Патриот” паркының төньяҡ-көнбайыш филиалына әйләнәсәк, – тине республика етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас