Йәмғиәт
18 Июля 2023, 17:00

Андрей Назаровҡа – юғары награда

Премьер-министр бөгөнгө форумда бүләкләнде.

Андрей Назаровҡа – юғары наградаАндрей Назаровҡа – юғары награда
Андрей Назаровҡа – юғары награда

Финанс-иҡтисади органдарҙың Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров граф А.И. Васильев миҙалы менән бүләкләнде.

Был хаҡта бойороҡҡа Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе Роман Артюхин ҡул ҡуйған. Андрей Назаровға награданы Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик тапшырҙы.

Миҙал юғары ведомство наградаһы булып тора. Уның менән шулай уҡ Федераль ҡаҙнаға йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ярҙам күрһәткән граждандар ҙа бүләкләнә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас