

Рәсәй йәштәре форумдарында ҡатнашыусыларҙы яңы мөмкинлектәр көтә: танышыуҙар, сәйәхәттәр, карьера үҫеше һәм тармаҡ лидерҙарынан, дәүләт корпорацияларынан һәм власть органдарынан заказдар. Үҙеңде яҡшыраҡ аңларға, көслө яҡтарҙы үҫтерергә, маҡсаттарыңа өлгәшергә өйрәнергә мөмкин буласаҡ.
Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре Санкт-Петербургта үтәсәк “Социаль һөнәр” форумында 2023 йылдың 25 июленә тиклем теркәлергә өлгөрә әле: https://vk.cc/cnMhqW
Әгәр ҙә һеҙҙе ижади индустриялар һәм уйынға ҡоролған эштәр ҡыҙыҡһындыра икән, 2023 йылдың октябрендә Владивостокта йәштәрҙең “Бер тулҡында” аң-белем таратыу форумы үтәсәк. Ул йәш мейкерҙар һәм ижади проекттарҙы үҫтереү өлкәһендәге белгестәр, event-менеджерҙар, берләшмә етәкселәре өсөн ҡаралған.
2023 йылдың 10 авгусына тиклем теркәлергә була: https://vk.cc/comwg7
Йәш эшҡыуарҙар форумында эшҡыуарлыҡ донъяһына сумырға, партнерҙар һәм фекерҙәштәр табырға мөмкин. Теркәлеү - 2023 йылдың 13 авгусына тиклем: https://vk.cc/coaDt6
Форумдар хаҡында күберәк мәғлүмәт ошонда: https://vk.cc/ccDCWH
Рәсәйҙә йәштәр өсөн проекттар һәм мөмкинлектәр тураһында белешергә теләгән һәр кем “ҡыҙыу бәйләнеш”кә бушлай шылтырата ала. Рәсәй йәштәр форумы белгестәре тәүлек әйләнәһенә түбәндәге йүнәлештәге һорауҙарға асыҡлыҡ индерә:
- ниндәй сараларға теркәлеү бара;
- ниндәй грант конкурстары бар һәм үҙеңдең социаль проектыңды тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән нисек аҡса алырға;
- Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәтенә нисек ҡушылырға;
- Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа нисек эшкә уырнлашырға һәм башҡа һорауҙар.
Рәсәйҙә теркәлгән телефондарҙан шылтыратырға мөмкин: 8- (800) -333- 77-37.
Сығанаҡ: "Аңлатабыҙ_Башҡортостан".