

26 июлдән 28 июлгә саҡлы Өфөлә ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау буйынса “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” IV халыҡ-ара форумы үтәсәк. Был йыйынға БРИКС илдәренең Эшлекле советы теләктәшлек белдерҙе, унда 50-нән ашыу илдең ҡатнашыуы көтөлә.
“Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” форумы – һөнәри диалог өсөн иң ҙур майҙансыҡ, унда яңы идеялар һәм алда торған бурыстарҙы хәл итеү буйынса алымдар тыуа.
Форум сиктәрендә бер нисә стратегик ссесия, шулай уҡ панель ултырышы планлаштырылған. Дискуссия майҙансыҡтарында эксперттар, ҙур компаниялар, федераль һәм төбәк властары вәкилдәре яңы мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуға бәйле күп мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.
“Ошондай ҙур форумдың Башҡортостандың баш ҡалаһында үтәсәгенә шатбыҙ. Өфө – һанлаштырыу өлкәһендәге үҫеште хеҙмәттәштәр үҙ-ара тикшерә алған һәйбәт майҙансыҡ ул. Бында ҡатнашыусыларҙың бер-береһенең тәжрибәһен байыта аласағына ышанам”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.