Йәмғиәт
19 Июль 2023, 16:00

Анастасия Заворотнюк ошо бәхетле мәлде лә күрә алманы

Яҡындары хәбәр итеүенсә...

Анастасия Заворотнюк ошо бәхетле мәлде лә күрә алманыАнастасия Заворотнюк ошо бәхетле мәлде лә күрә алманы
Анастасия Заворотнюк ошо бәхетле мәлде лә күрә алманы

Анастасия Заворотнюктың улы Майк МГИМОны тамамлаған. Был хаҡта егеттең һеңлеһе Анна социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

Унда Майклдың диплом алыу сараһынан фотолар ҡуйылған. Тантанаға егеттең һеңлеһе Анна, өләсәһе Валентина Борисовна, атаһы Дмитрий Стрюков килгән. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында Майклдың әсәһе генә күренмәй: ул улының тормошондағы мөһим сарала ҡатнаша алмаған.

“Әсәй килә алманы, уның хәле яҡшынан түгел, - тип белдергән ҡыҙы Анна. – Әммә барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ”.

Белеүебеҙсә, бер нисә йыл инде билдәле актриса яман шештән яфалана. Уға тиҙерәк һауығыуын теләйек.

Фото А. Заворотнюктың "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас