Йәмғиәт
20 Июль 2023, 13:45

Ауылдаштарым мине яратмай

"Бер үк хаталана күрмә, улым!" - тигәйне бит өләсәйем...

Ауылдаштарым мине яратмайАуылдаштарым мине яратмай
Ауылдаштарым мине яратмай

Нурисламдың бөгөнгө көнөн дә таң менән йәмһеҙләргә теләүселәр табылды. “Рәхәт кенә йәшәйһең һин! Ғаиләң менән йә диңгеҙ, йә күл-йылға буйына барып ял итеп киләһегеҙ. Еңел генә аҡса эшләйһегеҙ ҙә...” – тине йәнә күршеһе Марат. “Әйтеүе генә анһат шул”, – тине лә Нурислам баҡсаһына ҡарай йүнәлде...

Барыһы ла бынан туғыҙ йыл тирәһе элек башланғайны. Әрме хеҙмәтендә Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егетте тыуған яғында ҡыуаныслы хәбәр көтмәй ине: үҙен бағып үҫтергән берҙән-бер яҡын кешеһе – өләсәһе генә ейәненең ҡайтыуын көтөп өлгөрмәне, яҡты донъя менән хушлашҡайны. Ә йәш егеткә өләсәһенән иҫке йорт менән ер участкаһы ҡалғайны. Башта баҙап ҡалды егет, тик күп тә үтмәне, үҙен ҡулға алып, йәй буйы йорт-ихатаны ипкә килтерҙе, эргәләге бер фирмаға һаҡсы булып эшкә урынлашты. Көҙгә ҡарай иһә Нурислам өләсәһенән мираҫ булып ҡалған ергә беренсе теплицаһын үҙе эшләп ҡуйҙы. Тик тырыш егет бының менән генә туҡтап ҡалманы, тәүгеһе эргәһенә йәнә бер нисә теплица ҡуйҙы, һуңғараҡ эргәлә буш ятҡан ике ер участкаһын һатып алды.

Ғәзиз өләсәһе ейәнен ер ҡәҙерен белергә, эшләргә өйрәткән ине шул. “Тыуған ереңдән айырылма, улым! Яҙмышың – үҙеңдең ҡулыңда, бер үк хаталана күрмә! Атай-әсәйең дә тырыш, егәрле ине, тик ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды. Улар исеменә тап төшөрмә, Нурислам! Бирешмә, матур йәшәргә ынтыл”, – тигәйне 11-се класты тамамлаған көндә. Ошо һүҙҙәрҙе онотманы егет, улар уның өсөн йәшәү рәүешенә әүерелде. Хәҙер Нурисламдың милкендә – яҡынса 30 сутый ер. Көҙөн, ҡышын – һуған, яҙын, йәйен ҡыяр сәсеп һатыр булды. Башта барлыҡ эштәр менән дә үҙе генә шөғөлләнһә, хәҙер миҙгеленә ҡарап кешеләрҙе эшкә йәлеп итә. Әлбиттә, бушлай түгел, һәммәһенә лә тейешенсә, намыҫ менән аҡса – хеҙмәт хаҡы –  түләнә. Хәҙер насар йәшәмәй Нурислам. Кәләше лә бына тигән!

Тик бына шуныһы ғәжәп: эргә-тирәләгеләрҙең иргә ҡарата мөнәсәбәте генә насарайғандан-насарая. Күптәр үҙен яратып еткермәй, бер мәл хатта дуҫы ла асыуланып “ҡыяр-һуған батшаһы” тип әйтеп ҡуйҙы...

"Ниңә шулай икән ауылдаштарым?" - тип күңеле әрней ирҙең. “Иғтибар итмәйем”, – тип ҡарай ҙа, тик барыбер кәйефе төшә, ҡанаты һынғандай...

Фото: "Башинформ", stihi.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас