Йәмғиәт
20 Июль 2023, 04:00

Ҡыҙы әсәһенең үлемен бик ауыр кисерә...

Әнүәр Нурғәлиев хәбәр итеүенсә...

Ҡыҙы әсәһенең үлемен бик ауыр кисерә...Ҡыҙы әсәһенең үлемен бик ауыр кисерә...
Ҡыҙы әсәһенең үлемен бик ауыр кисерә...

9 май байрамдары осоронда Шишмә районында булған аварияла билдәле блогер, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана Сәфәрова һәләк булғайны. Уның өс балаһы етем ҡалды.

Атайһыҙ үҫкән бәләкәстәр өләсәләре ҡарамағында ҡалды. Ә Әнүәр Нурғәлиев йыш ҡына улар янына барып, хәлдәрен социаль селтәрҙәр аша белдереп торҙо.

Һуңғы арала улар онотолоп торған кеүек ине, баҡһаң, үҙ тормошона бәйле сәбәптәр арҡаһында, йырсы бер осор улар янына бармайыраҡ торған икән. Ә ошо көндәрҙә тағы килгән. Биш йәшлек малайҙар ике тәгәрмәсле велосипедта йөрөргә өйрәнгән. Ағалары менән бергә машина ла “ҡутаралар”.

Ә бына өлкәндәре Аиша барыһын да аңлай һәм әсәһенең үлемен бик ауыр кисерә. Уның кәйефе юҡ, социаль селтәрҙәрҙә күренергә теләмәй.

– Ниһайәт, балалар янына килеп булды, әллә ҡасандан күргән юҡ ине. Әлбиттә, һағындым уларҙы. Ике тәгәрмәсле велосипедта йөрөргә өйрәндек, – тип һөйләгән йырсы.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта был аварияны тикшереү дауам итә. Ғәйепләнеүсе кеше өйҙә һаҡ аҫтында.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас