Йәмғиәт
21 Июль 2023, 10:42

Һәр саҡ көрәшкә әҙер булды

Шахмат кешегә үҙен ижади яҡтан күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Беҙ уның менән бер мәктәптә уҡыныҡ. Мин X класты тамамлап, өлкән пионервожатый булып эшләй башлағанда ул VIII класта ғына ине әле. Тимәк, пионер йәшенән үткән һәм минең тиҫтер түгел. Бер йылдан һуң институтҡа уҡырға индем, шуға ла аралашыу бер нисә йылға кисектерелде.

Әмир Ишбирҙин тураһында һүҙем. Ул бәләкәй сағында оҙаҡ һәм ныҡ ауырыған. Йөрә­гендә ҡаты сир тапҡандар. Әйтеүҙәренсә, был етди ауы­рыуҙан уны Күгәрсен районын­дағы Шәмиғол хәлфә ҡотҡар­ған, имсенең мөғжизәле һәләт­тәре тураһында халыҡ әле лә онотмай һөйләй. Алдынғы шахматсы, донъя чемпионы Александр Алехин “шахмат миндә характер тәрбиәләргә ярҙам итте” тигән. Әмир Шаһи­вәли улына сирҙе еңеү өсөн үҙендә ихтыяр көсө, характер тәрбиәләргә тура килгән. Бала саҡтан хәҙерге көнгәсә ул бер тапҡыр ҙа иртәнге зарядканы, йүгереүҙе, саңғыла йөрөүҙе ҡал­дырмаған. Комсомол юл­ла­маһы буйынса Алыҫ Көнсы­ғышҡа барғанда (поезда йөрөү күп ваҡытты ала), ул урында йүгереү кеүек иртәнге күнек­мәне вагон тамбурында эшлә­гән. Көслө ихтыяры, сыныҡҡан характеры уға артабанғы тормошонда, шул иҫәптән шахматсы булараҡ та бик ярап ҡалған.

Мәктәптә яҡшы уҡыған, әү­ҙем уҡыусы булған, инсти­тут­ҡа уҡырға ингән. Әммә, атаһы вафат булыу сәбәпле, беренсе курстан һуң егеткә вузды ташларға тура килгән. Шунан тиҙерәк ниндәй ҙә һөнәр алыу өсөн техник училищела белем эстәгән. Артабан үҙен Себер­ҙең ҡатмарлы һауа шарттарында һынап ҡараған. Ул шунда шахмат уйнай башлаған.

Районға ҡайтып, уҡытыусы булып эшләй башлағас, беҙ уның менән шахматсы була­раҡ осраштыҡ. Маҡтаныу түгел, ошо ваҡытҡа районда көслө шахматсы булып таныл­ғайным. Әҙәбиәт факульте­­тының институт буйынса чемпион булған йыйылма коман­даһында уйнаным. Беренсе йыл эшләү осоромда уҡ район чемпионы булдым, Башҡорт­ос­тан ярыштарында йыш ҡатнаштым.

Төбәктә тағы ла бер көслө шахматсының килеп сығыуы шунда уҡ яҡшы һөҙөмтә бирҙе: республика турнирында беҙ Әмир Ишбирҙин менән беренсе разряд нормативын үтәнек. Ул Урал зонаһы беренсе­легенә үткәрелгән бәйгелә ҡатнашты. Ә 1962 йылда ауыл шахматсылары турнирында республика чемпионы булды.

Беҙҙең арала шулай уҡ район үҙәгенән Валентина Григорьевна Харитонова исемле ҡыҙ шөғөлләнде. 10 йыл үткәс, 1985 йылда беҙ тағы ла ошондай уҡ уңышҡа өлгәштек. Ул ваҡытта командала, беҙҙән тыш, Рауил Ҡу­наҡбаев менән Үтәғол мәктәбе уҡыусыһы Зөмәрә Иҙелбәкова ла бар ине. Шул ваҡытта яуланған кубок шахмат клубында һаҡлана. Күрәһең, был уңыш беҙҙе ҡанатлан­дырған­дыр, өҫтәмә этәргес көс биргәндер. Ошонан һуң беҙ, образлы итеп әйткәндә, тәүҙә Урал аръяғында, аҙаҡтан бөтә республикала шахмат буйынса “мода сығарыусы” булып киттек.

Тәүгеләрҙән булып шахмат буйынса күсмә кубок булдыр­ҙыҡ. Ярышҡа Әбйәлил, Бай­маҡ, Хәйбулла, Мәсетле, Иглин, Ауырғазы һәм респуб­ли­каның башҡа райондарынан, Ырымбур өлкәһенең Һа­рыҡташ районынан да кил­де­ләр. Һуңынан инде бындай ку­боктарҙы башҡалар ҙа булдырҙы.

Дөрөҫ, финанс ауырлыҡ­тары арҡаһында һуңғы йыл­дарҙа шахматҡа ынтылыш баҫыла төштө. Бәхеткә күрә, беҙҙең районда шахмат үҙе­нең өҫтөнлөклө торошон һаҡлап ҡалды, төрлө турнир­ҙар үткәреү, балаларҙы мәк­тәп­тәрҙәге түңәрәктәрҙә өйрә­теү, шулай уҡ район үҙәгендә шахмат клубы асыу ошо хаҡта һөйләй.

Оҙаҡ ваҡыт беҙ Әмир Шаһивәли улы менән районда шахмат олимпының түбәһендә булдыҡ. Беҙ ябай шахматсы булараҡ ҡына дуҫ булманыҡ, оҙаҡ ваҡыт ғаиләләр менән дә тығыҙ аралаштыҡ.

Уҡытыусы, директор урын­баҫары булып эшләне. Коммунист булараҡ, ғәҙеллек өсөн көрәште, шуның өсөн партия сафынан сығарылды. Әммә ул бындай ғәҙелһеҙлек менән килешә торған кеше түгел. КПСС үҙәк комитетының партия комиссияһына мөрәжәғәт иткәс, уны ҡабат партия сафына алдылар. Ул – шахматта ла шундай уҡ үҙһүҙле, ныҡышмал, хисле, дәртле, ғөмүмән, ысын көрәшсе.

Шахмат кешегә үҙен ижади яҡтан күрһәтергә, бынан оло ҡәнәғәтлек кисерергә мөм­кинлек бирә. Был уйын төрө кешенең үҙен, уның бөтә булмышын, уңыштарын һәм кәм­селектәрен сағылдыра. Бына бер генә миҫал. Әмир Иш­бирҙин Баймаҡҡа төбәк турнирына һуңланы. Ҡала сите­нән турнир үткәрелгән урынға тиклем йүгереп (ара ике кило­метрҙан да кәм түгел), тирләп-бешеп килеп инде. Пальтоһын сисеп ырғытты ла шунда уҡ уйын өҫтәленә яҡынланы. Ғәжәп, әммә ошо партияла ул ярты сәғәт ваҡыты булған Әбйәлил райо­нынан партнерын еңде. Нәҡ шундай күркәм сифаттарға эйә булғаны – үҙ-үҙен тота белеүе, көрәшкә, еңеүгә һәр саҡ әҙер булыуы, ихтыяр көсө, күңел күтәренкелеге өсөн уны бик ныҡ хөрмәт итәм. Уның өсөн төп кредо – һәр саҡ үҙ-үҙеңә ышанырға, алға барыр­ға, башҡаларҙан көнләшмәҫкә һәм уңышһыҙлыҡ сәбәптәрен уларҙан эҙләмәҫкә, һинең менән ярышыусыға тик уңыш йылмайҙы тип иҫәпләмәҫкә һәм ниндәй генә осраҡта ла кү­ңел төшөнкөлөгөнә бирел­мәҫкә.

“Шахмат – иң яратҡан уйын­да­рымдың береһе, өҫтәл­гә яҡынлағас та, бөтөнләй бүтән донъяға инеп китәм” тип әйткәне хәтерҙә.

- Хөрмәт ФӘХРЕТДИНОВ
Ейәнсура районы

Читайте нас