Йәмғиәт
21 Июль 2023, 13:35

Үрнәк алырҙай ғаиләләр бар

Ваһаповтар өс бала тәрбиәләй.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Республикабыҙҙа матур ғаиләләр бихисап, һәр береһе үҙенсәлекле, тырышып эшләй, балалар үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта, үҙ йолаларын һаҡлап, дин ҡанундарына таянып, хәҙерге заман талаптарынан артта ҡалмай тормош көтәләр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Ваһаповтар ғаиләһе лә үҙ телен яратып, һөйөнөп йәшәй. Ҡасандыр Азамат Айҙар улы менән Ләйсән Фаяз ҡыҙы ҡорған студент ғаиләһе әлегеләй ишле булып китерен кем күҙ алдына килтерә алған?!

Урал булған кесе­һе, тип, тап эпостағы кеүек баш­лар­ға мөм­кин был йәш ғаи­лә менән та­ныштырыуҙы, әле уға ике генә йәш, унан саҡ ҡына өлкәне­рәк Айлина исемле ҡыҙҙары “Алтынай” балалар баҡсаһына йөрөй, ә баш бала Айтуған – Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы.

– Улдарыбыҙға исемде Азамат ҡушты, ә ҡыҙыма Айлина тип үҙем һайланым. Улар өсөһө өс төрлө: Айтуған тыныс, тың­лаусан ғына булып үҫә, һең­леһе менән ҡустыһына ысын ағай ул, туғандарын эскерһеҙ ҡараша. Ә бына Айлина ир­кәрәк, уны принцесса тип йөрө­тәбеҙ, бер бөртөк кенә ҡыҙ булғас, үҙ баһаһын белә. Ә Урал, һәр төпсөк балаға хас булғанса, теремек, тиҙ үҫешә, бәләкәс булһа ла, маҡсатына өлгәшергә тырыша. Бер-бере­һен саҡ ҡына күрмәһәләр, һағынып, көтөп ҡаршы алып торалар. Беҙгә иһә бындай татыулыҡты күреү – үҙе бер шатлыҡ, матур күренеш, – ти Ләйсән балалары тураһында.

Азамат менән Ләйсән үҙ балаларының уңыштары менән генә сикләнеп ҡалмай, ҡала­быҙҙағы һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйен­ләнгән Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернатында тәрбиәләнгән балалар өсөн остаз, үрнәк булып тора. Һәр баланың еңеүен, яңы һөнәр үҙләштереүен үҙҙәренекеләй ҡабул итеп, интернат тормошо­ноң үҫешенә көс һалып, донъя матурлығын тойоп эшләйҙәр. Ләйсән – белем усағында тәр­биәсе, Азамат иһә контракт менән идара итеү эштәрен алып бара. Ғаиләләге кеүек, Ләйсән күберәк бала­ларға тәр­биә биреүгә үҙ ваҡы­тын һалһа, Азамат, һәр ғаилә башлығына хас булғанса, тырышып, эшләп таба, күберәк иҡтисади төшөн­сә­ләрҙе үҙ итә, был юлды ул уңышлы үтә, тип баһаларға була. Ҡасандыр студенттар ғаиләһенә бер кем дә еңел тормош әҙерләп ҡуймаған, ятаҡта тормош башлап, артабан бүлмә һатып алып, тора-бара фатирлы ла булып китәләр. Әлеге заманда торлаҡ – һәр йәш ғаилә ныҡлығының нигеҙе, быны һәр кемебеҙ аң­лай. Торлаҡ мәшәҡәттәре генә түгел, йәш атай булып өлгөргән Азаматҡа хәрби хеҙмәткә саҡы­рылыу һынауын да үтергә тура килә. Ләйсән менән Айту­ғанға иһә бер йыл атайҙарын көтөп алырға тура килгән.

– Үҙем Зәйнәб Биишева исе­мен­дәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаһам да, тормош­тоң күп яҡлы икәнен танып беләм. Шуға яңы ғына ғаилә ҡорған йәштәргә, студенттарға бер һөнәр менән генә сиклә­нергә кәрәкмәй, тип әйтер инем. Һәр ваҡыт уҡырға кәрәк, бер нисә уҡыу йортон тамамлап, диплом алырға өндәй, тип уйлап ҡуймағыҙ, киреһенсә, нин­дәйҙер һөнәрҙең, эштең асылын аңларға кәрәк. Тормош һәр ваҡыт үҫешә бара, яңы һөнәр­ҙәр ҙә барлыҡҡа килә, уларға махсус рәүештә классик белем биреү йорттарында уҡыт­мауҙары ла мөмкин. Яңы инструменттарҙы ваҡытында ҡуллана белергә кәрәк, тип уйлайым. Иң мөһиме, яңы идеялар барлыҡҡа килгән осраҡта, эргәңдә һине аңлаған, башлан­ғыстарыңды хуплап, дәртлән­дереп торған кеше булырға тейеш, был йәһәттән Ләйсән – минең өсөн терәк, – тине ғаилә башлығы Азамат Айҙар улы.

Ғаиләнең шөғөлдәренә кил­гән­дә, улар күберәк саф һауала йөрөргә, сәйәхәт итергә ярата. Балалар һүрәт төшөрөргә, башҡортса йырҙарға ҡушылып бейергә, йырларға әүәҫ. Ғаилә күптән дингә лә килгән, был йәһәттән ислам ҡанундары бер нисек тә тулы тормошта йәшәүгә сик ҡуймай, киреһенсә, дөрөҫлөккә өйрәтә, юлды аса, тигән фекерҙә улар.

- Эльдар ФӘТТӘХОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас