Йәмғиәт
21 Июль 2023, 10:47

Һүҙ шифаһы

Улар кешенең күңелен дә дауалай.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Урта быуаттарҙың мәшһүр философы, шағиры һәм табибы Әбүғәлисина: “Табиптың өс ҡоралы бар: беренсеһе – һүҙ, икенсеһе – үлән, өсөнсөһө – бысаҡ” тигән. Донъялағы иң боронғо һөнәр кешеләрҙе төрлө яҡлап дауалай, шулай уҡ һүҙ менән дә. Донъя әҙәбиәтендә медицинаны өйрәнгән, табип булып эшләгән яҙыусыларҙан А. Чехов, В. Даль, В. Вересаев, С. Лем, У. Моэм, М. Булгаков, А. Кронин һәм башҡа исемдәр билдәле. Башҡортостан яҙыусыларынан Ғайса Йосоповты, Георгий Кацерикты, Дилә Булгакованы, Венер Сәхәүетдиновты, Мәжит Нартайлаҡовты, Азат Кинйәбулатовты, Айҙар Зәкиевте әйтергә була. Республиканың Милли әҙәбиәт музейы, “Һүҙ – дауалау факторы” тигән әҙәби кисә ойоштороп, төп һөнәрҙәренән тыш, яҙыу менән дә мауыҡҡан республиканың Яҙыусылар союзы ағзалары булған һөнәрмәндәрҙе саҡырҙы.

Осрашыуҙа төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡлы билдәле ғалим-хирург, медицина фән­дәре докторы Мәжит Нартай­лаҡов – “Бөйөк Тамерландың шәхси табибы”, “Бөйөк әмирҙең шәхси табибы” “Мысырҙың бө­йөк солтаны Бейбарыҫ. Баш­ҡорт­тар, ҡыпсаҡтар, мәмлүктәр” тарихи романдарының авторы; табип-нейрохирург, медицина фәндәре кандидаты, яҙыусы, журналист Азат Кинйәбулатов; Башҡортостан дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, “Ке­шеләр иле” китабы һәм тиҫтә­ләгән ғилми эштәр авторы Айҙар Зәкиев һәм медицина уни­верситеты педиатрия факуль­тетының I курс студенттары ҡатнашты.

Әҙәбиәт музейы фондында был яҙыусы-табиптарҙың китаптары, шәхси әйберҙәре һаҡ­лана. Шуны ла билдәләргә кә­рәк: Милли әҙәбиәт музейы әҙерләгән “Табип-яҙыусылар­ҙың Башҡортостан Республика­һы Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған материалдары” тигән күргәҙмә ғалимдарҙа ла, студенттарҙа ла ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгәйне – улар музей фондын китаптар менән байытты. Уларҙың ҡыҙыҡлы сығыш­тарын тыңлағас, билдәле яҙыусы-табиптарҙы барлап сығыу теләге тыуҙы.

Владимир Даль – хәрби табип, билдәле хирург, катарак­таға 40-тан ашыу операция эш­ләгән. Ул башҡа табиптар ме­нән үлем өҫтөндә ятҡан А. Пушкинды дауаларға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағир һәләк була, В. Даль уның үлемен теркәй. Ул яҙыусы, этнограф, лексикограф, фольклор йыйыусы булараҡ та билдәле. “Рус теленең аңлатмалы һүҙле­ге”н төҙөү өсөн 53 йыл ғүмере китә. Тап ошо китабы уға дан килтерә.

Антон Чехов Мәскәү медицина университетын тамамлай, уҡыуҙан буш ваҡытында юмористик хикәйәләр, һүрәтләмәләр яҙа, улар гәзит-журналдарҙа баҫыла. Ул ауырыуҙарҙы бушлай дауалауы менән дә билдә­ле. Әҫәрҙәренең геройҙары – табиптар ҙа, пациенттар ҙа, крәҫтиәндәр ҙә, дворяндар ҙа (“Хирургия”, “6-сы палата”, “Дуэль” һәм башҡалар). Табип һө­нәре уның әҫәрҙәрендә киң са­ғы­лыш таба. Тап Чехов әҙәбиәт­кә “ауыл табибы” (“земский доктор”) тигән яңы геройҙы индерә.

Михаил Булгаков, Киевта медицина университетын тамамлап, Беренсе донъя һуғышында хәрби госпиталдәрҙә эшләй. 1921 йылда Мәскәүгә күсә һәм әҙәбиәткә ныҡлап тотона. “Миңә күптән яҙыша башларға кәрәк булған”, – ти ул һуңғараҡ. Бил­дәле китаптары – “Эт йөрәге”, “Йәш табип яҙмалары”, “Аҡ гвардия”, “Мастер һәм Маргарита”.

Башҡортостанда ла яҙыусы-табиптарыбыҙ байтаҡ. Мәҫәлән, Ғайса Йосопов. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип, шағир һәм публицист Ленинградта хәрби медицина академияһын тамамлай. Үҙе иҫән саҡта уҡ, 1930 йылдарҙа, бронза һында мәңгеләштерелә. Ул Һамарҙа В.И. Чапаев менән уның дивизияһына арнап ҡу­йылған монументтағы башҡорт яугире образында һынланды­рылған. 1932, 1934 йылдарҙа “Тө­ҙөгәндә”, “Фәрүәз һәм өй ҡуян­дары” шиғырҙар китабы ба­ҫыла. Блокадалағы Ленинградта, бомбалар шартлауы аҫтын­да ла операциялар эшләүен дауам итеп, батырҙарса һәләк була.

Георгий Кацерик – табип, Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән яҙыусы, шағир, тәржемәсе һәм журналист. Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, Бөрйән районына эшкә ебә­релә. Хирург, район дауаха­наһында баш табип урынба­ҫары була. Стәрлетамаҡта, Бөрөлә медицина учреждениеларында эшләй. 2004 йылдан “Истоки” гәзитендә хәбәрсе була. “Ҡаурый һәм скальпель”, “Урал батыр” эпосы мотивтары буйынса яҙылған “Ҡояш ҡыҙы”, “Иҫке умарта”, “Күк диңгеҙ”, “Кисәге шәхес” йыйынтыҡтары авторы. “Излечение неизлечимых” китабы йәмғиәттә билдә­лелек яулай, унда Георгий Кацерик наркомандарҙы дауалау һәм сирҙе профилактикалау буйынса үҙенең бай тәжрибәһен уртаҡлаша. Кәбир Аҡбашев, Рә­ми Ғарипов, Земфира Мулла­ғәлиева, Сафуан Әлибай һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарын рус теленә лә тәржемә итә ул.

Дилә Булгакова – шағирә, прозаик. Өфөлә медицина учи­лищеһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Салауат химия комбина­тының санитар часында шәфҡәт туташы булып башлай. Артабан Башҡортостандың Эске эштәр министрлығына ҡараған дауалау учреждениеларына күсере­лә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 37 йыл ғүмерен бағышлай. Бала саҡта рәссам булырға хыяллана, ижадҡа һөйөүе уны әҙәбиәт донъяһына алып килә. “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Үпкәләмә”, “Зәңгәр күҙле ҡыҙға”, “Устарыма һал һин йөрәгеңде” һәм башҡа шиғырҙарын композиторҙар, ижадташ дуҫтары оло сәхнәгә сығара.

Венер Сәхәүетдинов – ғалим-хирург, медицина фәндәре докторы, профессор, микрохирур­гияға нигеҙ һалған белгес, яҙыу­сы. “Башҡаларға ут өләшеп, үҙем һүнәм”, “Минең тормош фәлсәфәһе”, “Башҡортостан дәүләт медицина университеты” китаптары авторы.

Яҙыусы Андре Моруа: “Улар икеһе лә – табип та, яҙыусы ла – кешеләр менән ныҡ ҡыҙыҡ­һына. Алдаҡсы тышҡы ҡиәфәт артында нимә йәшеренгәнен белергә теләй. Икеһе лә башҡаларҙы ҡарап, үҙ тормошон онота”, – тигән.

Милли әҙәбиәт музейында үткән осрашыуға килгәндә, саранан ҙур ҡәнәғәтлек алып, һөнәрҙәренә тотош бирелгән, шул уҡ ваҡытта ижадты ла үҙ иткән табип-яҙыусылар менән осрашыуҙарҙы артабан да үткәреп торорға кәрәк, тигән ниәттә таралыштыҡ.

- Регина КАМАЛОВА

Читайте нас